Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Минең ҡатыным бер ҡайҙа эшләмәй шул

БЕР ҠАЙҘА ЛА ЭШЛӘМӘҮСЕ ҠАТЫНДАР ТУРАҺЫНДА  Ошоно уҡыным да, илағым килеп китте...

— Һеҙ ҡайҙа эшләйһегеҙ?
— Банкта бухгалтер
— Ә ҡатынығыҙ?
— Ул эшләмәй. Өйҙә хужабикә
— Һеҙҙең ғаиләлә иртәнге ашты кем әҙерләй?
— Ҡатыным, сөнки ул эшләмәй
— Ул нисәлә тора?
— Ул иртүк тора, сөнки уға балаларҙы уятып, йыуындырып, ашатып, кейендереп, портфелдәрен ҡарап, мәктәпкә оҙатырға, бәләкәй бәпесебеҙҙең подгузниктарын алмаштырырға, имеҙергә кәрәк
— Балаларығыҙ мәктәпкә нисек бара?
— Уларҙы ҡатыным илтеп ҡуя, сөнки ул эшләмәй
— Ә һуңынан ул ни эшләй?
— Бер урамға сыҡҡанда тип, магазинға бара. Өй кәрәк-яраҡтарын хәстәрләй. Теге йәки был мәшәҡәт табылып тора. Ҡайтҡас, өйҙө йыйыштыра, ашарға әҙерләй, бәләкәй бәпесебеҙҙе ҡарай, йыуындыра. Ул бит эшләмәй

— Һеҙ, кис эштән ҡайтҡас, нимә эшләйһегеҙ?
— Мин көнө буйы банкта эшләп, арып ҡайтам. Шуның өсөн ял итәм
— Ә ҡатынығыҙ кис көнө нимә эшләй?
— Ул киске аш әҙерләй, беҙҙе ашата, һауыт-һабаны йыуа, аш бүлмәһен йыйыштыра, балаларҙың өйгә бирелгән эштәрен тикшерә. Һуңынан уларҙы йоҡларға һала. Төндә, бәләкәй бәпесебеҙ илаһа, уны имеҙергә уяна. Ул бит иртән эшкә бармай

Бына, өй хужабикәләренең көнө ошолайтып уҙа. Сөнки, улар бер ҡайҙа ла эшләмәй
Уларҙың дипломы булмауы ла ихтимал, улар эш хаҡы ла алмай.

 Үҙегеҙҙең ҡатынығыҙҙың, әсәйегеҙҙең, өләсәйегеҙҙең, апайҙарығыҙҙың, ҡыҙҙарығыҙҙың ҡәҙерен белегеҙ. Улар — ғаилә тотҡаһы. Уларҙың эше баһалап бөткөһөҙ

«Һин берәй ҡайҙа эшләйһеңме, әллә, өйҙә генә ултыраһыңмы?», тигән һорауға яуап: «улар, тәүлегенә 24 сәғәт өй хужабикәһе булып эшләй. Улар — әсә, ҡатын, ҡыҙ, уятҡыс, ашнаҡсы, кәңәшсе, һаҡсы, хеҙмәтсе, уларҙың отпускаһы юҡ, больничный астырмайҙар, бары көнө-төнө эшләйҙәр һәм эш хаҡы алмайҙар»

❤ Ҡатын-ҡыҙҙар тоҙ кеүек, улар барлыҡты бер кем иҫәпкә алып бармай, улар булмаһа, аштың-тормоштоң тәме юҡ

"Хазина" төркөмө

Минең ҡатыным бер ҡайҙа эшләмәй шул
Минең ҡатыным бер ҡайҙа эшләмәй шул
Автор:
Читайте нас