Көнгәк
+14 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Семәрһеҙ һандыҡ. (Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА)

Йөҙөнән йылмайыу китмәй, көйләй-көйләй, ихатала ейәндәренә әүһелдәк әтмәләп йөрөгән абышҡаһына ҡарап, йәшелсә баҡсаһынан йәш ҡыяр алып сығып килгән Мәүлиҙә ауыҙ эсенән генә: “Эй, диуана, кирелегеңә барып, ошо бәхеттән дә баш тартып ҡараған кеше бит һин”, тип ҡуйҙы.ңӘйтерлеге лә бар шул – Байморатының кире яғы ҡуҙғалһа, алдына сығырмын, тимә. Хатта хаҡ түгел икәнен белһә лә, үҙ һүҙен һүҙ итергә тырышып, ҡарышҡырланып ала ла китә инде. Заттары менән шулайыраҡтар. Уның ҡарауы донъя көтөүгә бик мөстәндәр. Ике ағайы ла хан һарайындай йорттар һалып, уны тирә-яҡтан тимер менән ҡоршап алып, башҡалар күҙенә артыҡ салынмай, кеше менән бигүк аралашмай, үҙ көйҙәрен генә көйләберәк донъя ҡыуалар. Баймораттың донъяһына ла турғай ҙа осоп инерлек түгел.

Ҡыҙы шылтыратып, ғаиләһе менән өс көнгә ҡайнағаһының улының туйына ҡайтып китәсәктәре, шул мәлдә балаларҙы уларҙа ҡалдырып торорға ниәтләүҙәре тураһында әйткәс, йөрәкһеп, үҙенә урын тапмай бер булған Байморат, таң һыҙылғанын көскә көтөп алды ла, ана, ейәндәренә ҡара таңдан әүһелдәк элеп йөрөүе. Йөҙө һуң әле – гүйә, бөгөн ҡояш уның ғына битен яҡтырта - үҙе ихата ҡояшына әйләнгән.

Донъяның шыпа ҡояшһыҙ сағын да күп күргән Мәүлиҙә лә ошо бәхеттәренә күләгә төшөп ҡуймаһын тип кенә тора - ятһа ла, торһа ла Аллаһтан шуны һорай. Баймораттың кәйефен күтәреү “дарыуын” ихлас файҙалана хәҙер Мәүлиҙә – “зат ауырыуы“ еҫе сыға башлаһа, йәтешләп кенә ейәндәре хаҡында хәбәр башлай, уларҙың  берәй ҡыҙығын иҫкә төшөргән була - Баймораттың ауыҙы йырыла ла башлай.

Эй, тормош тигәнең… Бер күктәргә күтәрә, бер ергә һеңгәҙәтә һуға шул әҙәм балаһын. Зат затына оҡшамаһа, арты ҡыйыш була, тейҙәр бит – Байморат менән дә йәшәүе ҡаймаҡ ҡына булманы,  ҡайҙа ул, хатта сәпсим ҡаймаҡ булманы. Ир донъяһын бынамын итеп көтһә лә, кәзәһе ғүмере буйы эргәһендә генә йөрөнө. Яңылыш ҡына бер һүҙ ысҡындырыуың да етә – тояҡтарын текелдәтеп, мөгөҙҙәрен сәнсеп ир менән ҡатын араһына текә генә килеп тә баҫа. Абышҡаһының һалпы яҡтарын яйлап төшөнөп алғас, “йөгө” ауыша башлаған яғына һалам ҡыҫтыра-ҡыҫтыра, утыҙ йылға яҡын ғүмер итеп ташлағандар икән. Шуныһы бар – эсеп, боларып, донъя туҙҙырып йөрөмәй. Йәнә ҡәйнәһе тартты. Башта, килен булып төшкән мәлендә, һырт ҡабартманы түгел уныһы ла – сабырлығы, сыпрандаҡ булмауы, һүҙ күтәрә белеүе һәм, әлбиттә, эше менән яраны ҡәйнәһенә. Йәшләй генә килен булып төшһә лә, әсәһе үҙе иҫ белгәндән алып ауырығас, таң менән тороп һыйырын да һауып, ағын да эшкәртеп, ҡатын-ҡыҙ эшенә өйрәнгән Мәүлиҙә донъя көтөүгә талымһыҙ.

Мәүлиҙә кейәүгә сыҡҡас, әсәһе һыйырын бөтөрҙө. Ҡәйнәһенә рәхмәт – ара-тирә май-ҡаймаҡ, һөт ебәртеп, ҡыштарын киҫәккә бүленгән иттән дә өлөш сығартып торҙо. “Байморатҡа әйтеп торма, килен, бер әйтмәһә, бер иҫеңә төшөрөр. Ҡоҙағый һурпэсеп алһын, бар, ошо итте алып бара һалып кил. Иттән күп нәмә юҡ, Аллаға шөкөр. Юлыңғайы утын, һыу индереп кит. Социаль рабутникты көтөп күҙе ҡараймаһын”, тип әсәһенә ебәрер ине. Мунсаға ла алдырып, итле аш ашатып ҡайтарғыланы - ике ҡоҙағый килешеп йәшәне.

-Минең бабай ҙа шулай ҡырыҫыраҡ, донъя малы өсөн йәнен фиҙа ҡылыр кеше булды. Ваҡ-төйәккә лә ҡыҫылып ыҙалатты. Бер биленән ҡуҙғала алмай сәсрәп ауырып китте был. Йылы, тип ошо түрбаш яғына - урындыҡҡа урын һалдырҙы. Ҡарап ятҡандыр инде минең йүгергеләгәнде, шунан һуң бер аҙ йомшара төштө. Бер мәжлестә хатта, ҡатын-ҡыҙҙың эше диствителне тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек икән ул, ауырығанда сараһыҙҙан ҡарап ятып, үҙем арып киттем, тине. Ҡайтымһаҡ булды үҙе.

Килен, Байморат та тас атаһы ул. Гел улай баш баҫып ҡына йөрөмә. Баһылғанды баһырға ғына торалар, әҙерәк үҙ һүҙеңде лә әйтеп өйрән. Ошо нигеҙ һиңә ҡала бит.

Ир менән йәшәү – үҙе бер сәнғәт, үҙе бер сәхнә. Әҙерәк һуҡырыраҡ, әҙерәк һаңрауыраҡ булһаң, ваҡыты менән үҙеңдең һүҙең, телең барлығын да аңғартып торһаң, бик баҫа алмаҫтар. Үҙеңде ирең, балаларың тапҡырында хеҙмәтсе түбәндегенә төшөрмәүең үҙеңдән тора. Балаларға эш ҡуш – өйҙә әсәй генә эшләргә тейеш икән тип үҫмәһендәр, -  тигәйне ҡәйнәһе. Ҡәйнәһенә йәш сағында уҡыу эләккән булһа, унан шәп һәм ғәҙел етәксе сыҡҡан булыр ине, бәлки.

Байморат ауырыраҡ һүҙ әйтһә лә, ҡәйнәһе мәрхүмә, киленгә һүҙ әйтмә, уның кеүек башына яулыҡ бәйләп, көнө буйы һеперелеп донъя көткән бисәләр хәҙер әҙ, ана, урамға сығып, магазинға инеп ҡара, тип килененең үҙ ҡанаты аҫтында икәнен аңғартып ҡуйыр ине.

Хәйер, әсәһе кейәүгә оҙатҡанда, Баймораттың зат-ботон белгәнгәлер инде: “Ҡыҙым, кешенән кеше артыҡ булмай, иң бәхетле күренгән ғаиләнең дә бер һыҙлауығы була ул, кемдәр араһына барғаныңды белеп бараң, түҙеп йәшәргә тырыш. Кәкерене ҡәбер генә төҙәтә, тиҙәр, төҙәтергә тырышма, яраҡлашырға өйрән, шул уҡ ваҡытта үҙеңде ергә һалып тапарға ла бирмә. Ауыр ғына зат булһа ла, ошоға тиклем улар затының ҡатындары айырылып ҡайтып киткән осраҡты иҫләмәйем. Ул зат килендәштәре бер һүҙҙән булып, араларына яттарҙы индермәй, бер-береһенең эс серен ситкә сығармай, татыу ғына донъя көтәләр. Төшкән ереңә таштай батырға тырыш. Тамағың туҡ, донъяң бөтөн булыр һәр хәлдә. Үҙем хәләл тиремде тамыҙып тапҡан аҡсамдың осон осҡа ялғай алмай ғүмер иттем, балаларыма теләгәндәрен ашата, кейҙерә алманым – шуға эсем яна. Ней атаң да йәшләй генә шул фермаһы арҡаһында - тоҡом үгеҙенән теҙҙәнгәндән һуң мандый алмай китеп барҙы бит инде. Ир тапҡанда бит ул бәрәкәт. Ауылда ирһеҙ донъя көтөүҙең ауырлығын шуны татыған кеше генә белә. Ирһеҙ донъя әле тегеләй, әле былай ҡыйшайып ҡына бара. Хоҙай тарафынан ир менән ҡатынға тип тәғәйенләнгән йөктө яңғыҙ тартып, ир урынына ла, бисә урынына ла егелеп миктәнем мин дә. Шул ферма бөтөрҙө минең дә һаулыҡты. Утыҙ градуста эрзинкә итек кейеп һыйыр һауҙыҡ бит. Иртәнсәк барыуға һыйырҙарҙың тиҙәге иҙәнгә ҡуша ҡарланып туңыр ине. Шул һыуыҡта ҡул менән көнөнә 3 тапҡыр 20-25 һыйыр һау әле…

Татыулыҡ сере сабыр итеүҙә, балам. Ауыҙыңдың эсе тулы ҡан булһа ла, ситтәр алдында төкөрмә, түҙемле бул. Ҡәйнәңде уҫал тиһәләр ҙә аҡыллы уҫалға оҡшатам мин уны. Кенә һаҡлап йөрөй торған кешегә оҡшамаған. Иң яҡшы ҡәйнәнән дә ҡандала еҫе килә, тиҙәр, сабыр итергә тырыш. Һин минең таянысым, ышанысым. Үҙебеҙҙең ауыл кешеһенә кейәүгә барғаныңа ҡыуанам. Кейәү донъя көтә торған кеше”, тигәйне.

Тыйнаҡ, эшсән, ауырлыҡтар күреп үҫеп, байтаҡ бешеккән Мәүлиҙәгә шулай ҙа тәүге йылдарҙа айырыуса ауыр булды – тормоштары етешеп, үҙҙәре тамырланып, нығынып алған килендәштәре араларына артыҡ индермәй маташты, башта бер алдына, бер артына сығып торған ире лә, тора-бара юҡтан сәбәп табып булһа ла, ҡырыҫлығын күрһәтеп алырға онотманы. Шулай ҙа килен булып төшкән мәлендә Мәүлиҙәне яҡлап әсәһенә әйткән бер һүҙе күңелендә майҙай булып йәшәй. “Әсәй, бына һиңә килен. Уға әле 19 йәш кенә. Бала ғына. Килен быны белмәй, тегене белмәй, тип урамға сығып һөйләп йөрөмә, белмәгәнен үҙең өйрәтеп ал”, тигәйне әсәһенә. Баймораты менән аралары 12 йәш.

Тештәнмә Мәүлиҙә эшкә, балаларына баҫты һағыштарын. Ҡулынан балалары төшһә, эшкә кереште, эштән туҡтаһа, балаларын ҡосағына алды.

Апһындарының араларына индермәй маташыуҙарының да үҙ әтнәкәһе бар.

(Дауамы бар) Ватандаш журналынан

Семәрһеҙ һандыҡ. (Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА)
Семәрһеҙ һандыҡ. (Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА)
Автор:
Читайте нас