Килен! (ҡаты итеп әйтте быныһын). Апһындарыңдың сыпрандашыуы әйттерҙе был һүҙҙе, ивет. Һуғым ашында ишетеп утырҙым. Юрамал өндәшмәнем. Кеше ҡыуандырғым килмәне. Ысыны шулдаһа! Апһын апһын менән булышмай тормаҫ. Аш менән атҡанға таш менән атып ултырған килендәргә уңайлы мәле еткәс үҙем яуап бирермен. Күкәй тауыҡҡа өйрәтмәй ул, килен. Мынын быяғына миңә урам араһынан урап ҡайтҡан хәбәрҙе хәбәргә һынап әйтеп, үҙеңде кәмһетмә. Үҙең дә, ваҡланып, һүҙ юллама. Сәй таратырға сыҡҡанда һинең бурҙаттай ҡыҙарған йөҙөңдө күреп, күрше ишкән икән арыш сумарын, тип уйлағайным инде. Эсең тулы ут булһа ла, башыңды юғары тотоп өйрән. Тейер-теймәҫтең күңелен үҫтереп, шәмәреп йөрөмә! Күрше Сәрҙиәнең тумбытҡанын аңғарҙым инде. Тапҡан уныһы ла мәлен.
Ә килендәштәреңә үпкә тотма. Донъя булғас, унсама ғына ҡашығаяҡ шылтырай инде. Ағай-эне татыу ерҙә мал күп булыр, апһын-ара татыу ерҙә аш мул булыр. Шуны онотма. Иртәнән һуңға өлкән еңгәң саҡыра һуғымға. Барғандан алып турбашынан сыҡма, бөтә эшен бергәләш. Аш ашалып бөтөү менән өҫтәлдәге тәрилкә-маҙарға йәбеш, түрбашҡа сығара һалып йыуа башла. Сәй һауыт-һабаһын да йыуышып, өҫтәлдәрен йыйышып ҡайт. Тегенеһенекендә лә шулайт. Изгелек ит, кенә ҡыума. Һүҙең әҙ, эшең күп булһын. Эшләгәндән кеше үлмәй. Эшләгәнең уларға булһа ла, изгелеге һиңә әйләнеп ҡайтыр. Бер ваҡытта ла һынашма. Шунда улар ҙа ирер, үҙҙәренең араһына индерер.
Ҡәйнәһенең ошо һүҙҙәрен ғүмергә онотманы Мәүлиҙә. Әллә күпме ҡатын-ҡыҙ эшенә лә ҡәйнәһе өйрәтте. Яңылышһа ла әрләмәне.
Ысынлап та, апһындары менән араларындағы боҙ яйлап ирене. Һуғым-фәлән, ҡаҙ өмәһе кеүек оло эштәрҙе, ситтән кеше ҡушмай, бер-береһенә йөрөп, үҙҙәре генә атҡаралар. Кәңәш-төңәшкә лә хәйләһеҙҙәр. Бер-береһен ялҡытып, көн һайын аралашып та йөрөмәйҙәр, ләкин кәрәктә, бар эштәрен ташлап, ярҙамға ашығалар.
Әйткәндәй, ҡаҙ-өйрәккә күпсегән һөт ҡуйыһына кесерткән, мысый сапҡылап ҡушыуҙы ҡәйнәһе үҙе өйрәткәйне. Бергә йәшәй торған, олоғайған көнөндә ҡулына ҡалыуы ихтималлығы булған килененең шул рәүешле дуғаһын күтәрә биреберәк ҡуйыуы булдымы, үҙенең ҡартлығына ла урындың түрҙәгеһен, түшәктең йомшағын нарҙабыраҡ та ебәреүе булдымы - аңлап етмәне Мәүлиҙә. Хәйер, шулай булды ла – бергә донъя көткәндә лә, ҡартлығы еткәндә лә ҡәҙерле ҡәйнә булды. Донъялыҡтағы һуңғы тамсы һыуҙы ла яратҡан килене ҡулынан эсте. Улдары ла, хәле ауырлашҡас, янынан өҙөлмәй, һәр әйткәнен үтәп, һуңғы һулышына тиклем эргәһендә шәм кеүек баҫып торҙолар…
Уҫал, тура һүҙле булһа ла, кенә һаҡламаны. Килендәренә тигеҙ ҡараны, йәш саҡта йөрөп ҡалығыҙ, саҡырған ерҙән ҡалмағыҙ, ҡыуған ергә бармағыҙ, тик саманан ашмағыҙ, тип ҡунаҡтарға киткәндәрендә балаларын да алып ҡалыр ине. Ҡәйнәләренән берәй әсе һүҙ ишетеүҙән ҡурҡып, тегеләре балаларын йәһәт кенә индереп терәй ҙә алтмыш аяҡлап ҡасыу яғын ҡарар ине.
Тик ҡәйнә кешенең “Туҡта!” тигән һүҙе шулай ҙа туҡтарға мәжбүр итер ине. Ауылда “Итартас” ҡушаматы алған апһыны Филүсәнең бурҙаттай булып баҫып торғаны иҫенә төшһә, әле лә йылмаймай түҙмәй Мәүлиҙә.
-Имсәк балаңдың алмаш ыштандары бармы?
-Бар. Бишәү һалғаным.
-Нисә сәғәткә ҡалдыраң?
-Бер ике сәғәт тирәһенә. – Күрәләтә алдаша апһыны.
-Теүәл икегә ҡабатлармын ярай, хисапҡа шәпмен мин.
-Түбән ос Мәндүҙәгәме?
-Ҡайҙан беләәәң? – Филүсәнең күҙе шарҙай булды.
-Мин бит “Итартас” ҡәйнәһе! Арҙы-бирҙе төрөп алған имсәк балаңдың йүргәктәрен елберҙәтеп, элеп-һалып атлап, уртансыһының аяҡтарын ергә тигеҙмәй етәләп, биш баҫырҙы бер баҫып килеүеңдән үк аңғарҙым. Өлкәне тағы еңгәңдәрҙең баллары менәндер. Ныҡ урамдатма аныңды. Төнәгөн дә уларҙа йоҡтарға ҡалған ине. Ҡыҙ баланың урыны өйҙә. Ҡыҙ балаға ҡырҡ йоҙаҡ кәрәк. Алаҡандап, үҙе теләгәнен ҡылып, кешегә, урамға ҡасырға торған ҡыҙҙың йүне булмай. Ҡулыңдағы эшеңдең яртыһын уға бушата башларға ваҡыт. Туғандарын өйҙә лә ҡарап ултыра алыр йәштә бит. Ыръяндатма! Ыштубы ҡабат бында килеп ҡалһын.
-Ҡәйнәәәм, ә Мәндүҙәгә икәнде нисек белдееең?
-Ғүмере буйы ауыл урамынан һәр кемдең өй тирәһен, тәҙрәләрен тикшерә-тикшерә, симешкә сира-сира, йәйрәп атлап магазинға ыстрого көнөнә ике тапҡыр үтә һәм ике сәғәттән, төш ауыуға, ире ҡайтыуға ҡулына һөкәмәт билмәне елберҙәтеп өйөнә ҡарай артыҡ бошонмай ғына ишә баҫып симешкә ҡабығын уңлы-һуллы сиртеп ҡайтып бара торған төптән йыуан Мәндүҙә әхирәтең бөгөн, ана, төш еткәнен дә көтмәй, арт һынын биш метр артҡа, башын биш метр алға һоноп, ике ҡулына ике пакет ризыҡ тотоп, алаҡандап өйөнә ҡарай тәгәрәләп ултыра ине.
Ярай, бар, иҫәп башланды, - тип сәғәткә күҙ һалып оҙатты ла киленен, тегеһе ишекте ябыу менән үҙе шарҡылдап көлөргә тотондо. Уға тәгәрәләп китеп барған төптән йыуан Мәндүҙәне күҙ алдына килтергән Мәүлиҙә ҡушылды.
Көлөп туҡтағас: “Килен – ҡәйнә буҫағаһынан, тиҙәр бит. Мин дә йәш саҡта, саҡ ҡына буш ваҡытым булһа, кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә магазинға, медбункытҡа китә лә бара торғайным. Ауылда бүтән ҡайҙа бараң инде. Ә уларҙа – ауылдың бөтә яңылығы. Ашығып ҡайтып, ҡайныңа һөйләй башлаһам, юҡҡа «Итар-ТАСС»-ҡа эшкә бармағаның, һиңә еткән кәрисбәндит булмаҫ ине, тип көлөр ҙә аҙағынан, миңә урамсы бисә кәрәкмәй, тип көйөп ҡуйыр ине. Ә килен артыҡ ыръяндай алмай – Йәдкәр ҡайнағаңдың дилбегәһе атаһыныҡынан ҡыҫҡараҡ. Былай мине уҙҙырыр ине билләһи. Ҡайның да уҫал ғына булды ул. Бер-беребеҙҙе еңә алмай, зыу булдыҡ йәш саҡта. Шулай ҙа, хатта эстән килешмәгәндә лә, ул ҡыҙа башлағанын аңғарыу менән, ҡайныңдың һүҙен өҫкә сығарған булып, буйына һыпырам да, аҙаҡ барыбер йәтешләп үҙемдекен эшләтеп ҡуя торғайным - “Еңеүсе” пелингә төшкәнен белмәй ҙә ҡала. Утҡа ут өҫтәһәң, бажар сығыуы бар.
Яйлап, Баймораттың көйөн көйләргә, әсәһе әйтмешләй, килешеп етмәһә лә, тегенең ыңғайына һуғырға - абышҡаһының тирмәненә һыуҙы йышыраҡ ҡойғолап торорға өйрәнде Мәүлиҙә лә. Тик холоҡ тигәнең үҙенекен итә инде. Әле лә, олатайҙың ейәндәренә ҡыуана-ҡыуана әүһелдәк эшләп йөрөүен күргәс, йөрәгендә сей яра булып һаҡланған теге бер ваҡиға тағы иҫенә төшөп, күҙенә йәш булып тығылды. Барыһы ла артта ҡалды һымаҡ, тик йөрәктәге яра һирәк-һаяҡ булһа ла һыҙлап ҡаңғырта. Тештәнмә даны сыҡҡан Мәүлиҙәне лә сәсән иткән, уҫал иткән ул мәлдәр оноторлоҡ түгел шул…
*
-Ҡарале, Байморат, барыбер яңылыштыҡ, шикелде ул…
-Нимә-ә? – Инде маз булып әүен баҙарында һатыулаша башлаған ир, йәне көйгәнен белдереп, һырт ҡуйып әйләнеп ятты.
Мәүлиҙә тороп уҡ ултырҙы.
-Мәликә тураһында әйтәм.
-Ете төн уртаһында йүнде нәмә һөйҙәйме, тиһәм, һаман шул бер балыҡ башы. Нимештәр тейең, ҡайҙа барһын ул, әйҙәнер ҙә ҡайтыр. Биҙунданып еңергә маташып йөрөүе инде.
Ҡатын ауыр уфтанды ла, тороп уҡ китте. Бер нәмә белмәй ярты диван булып һуҙылып йоҡлап ятҡан Мыраубайының аяҡ осона барып ултырғас, ҡулдары менән йөрәген ҡосто.
-Нимәңде ҡарап төн мәскәйе булып ултыраң? Ят! Ете төн уртаһында ла шул ҡарышҡырыңды иҫкә төшөрөп, йоҡоно осорҙоң. Ишеү мине ғүмере әйләнеп ҡарамаҫлыҡ кешеләр менән ҡоҙа итмәксе булып маташа. Шулайтырмын! Атаһын ашаҡлап алыҫ барырмын тейҙер. Йөрөр-йөрөр ҙә, һыуынғас, әйләнеп ҡайтыр. Нервыны ғына ашаның былай ҙа көнө буйы уфылдап йөрөп. Үҙең ғошап ҡарышҡыр, үҙһүҙле.
… Барыһы ла бер хәбәрҙән башланды. Ҡалала эшләп йөрөгән ҡыҙҙары тотош аҙнаға көн һорап ҡайтып ингәс үк эштең ҡалайыраҡ икәнен самалаған әсә йәтешләп магазиндан уныһын-быныһын йүнәтештерә башланы. Район үҙәгенә баҙарға май-ҡаймаҡ һатырға барғанда ла юлайҡан байтаҡ нәмә тейәп ҡайтты. Юғиһә, ауыл магазинынан күберәк нәмә ала башлаһаң, кибетте ләстит һатыу ояһы итеп, шунда тамыр ебәреп алған бер нисә эшһеҙбикә ҡыҙыҡһына, ҡунаҡ киләме әллә, ҡоҙа киләме әллә, тей башлайҙар. Өйҙә еткән ҡыҙ булһа, етә ҡала инде быларға.
-Үҙем бәхеттең төҫөн күреү түгел, еҫен дә тоймай ғүмер иттем, хәҙер ҡыҙыма еттеме сират? – Артығырағын ысҡындырғанын һиҙһә лә, сигенмәне ҡатын.
Ғүмере буйы башын баҫып донъя көткән, артыҡ сарбайлап бармаған Мәүлиҙәһенең теле асылыуына аптырап ҡалды Байморат. Һыйыр тулаһа, аттан яман, тип бушҡа әйтмәйҙәр икән. Ана бит, ниндәй йыуаш ҡына, тауыш-тынһыҙ, өркәк кенә булып йөрөгән тауыҡ та, баҫырға ятһа, буйы менән ҡурҡылдай башлай – һөйҙәнсеккә, уҫалға әйләнә. Ә себештәрен эйәртеп йөрөгән сағында яҡын барып ҡара.
-Моратың һинең диктаторлығыңдан биҙеп, ана, себер сығып китте. Әгәр Мәликә өйгә ҡайтмаясаҡ икән, миңә лә был өйҙә урын юҡ. Мин йөрәгемде ярып сыҡҡан баламды һайлаясаҡмын! Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй ул.
- Аҫраған башмаҡ артҡа тибә, һимергән эт эйәһен талай, тигәндәре дөрөҫ икән. Миңә эсе эскә йәбешкән сысҡаҡ быҙау, әштер-көштөр яһалған ус аяһындай ғына һандыҡ менән генә килеп ингәнеңде тиҙ оноттоң.
-Мин һиңә килеп инмәнем, артымдан йүгереп йөрөп алдың. Ул мәлдә әсәйем алдында нисек ҡыҙыл телеңдән ҡырҡылғаныңды ла онотма. Эйе, һандығым семәрһеҙ, үҙем мәһәрһеҙ килен булып төштөм дә ҡолға әйләндем. Бай булһағыҙ ҙа, өҫтәлгә бит мулла һораған мәһәрҙе лә һалырға теләмәнегеҙ. Үҙең ҡалай ҡабаландырҙың туйҙы. Ай-вайға ҡуймағасың, әсәйем, тиҙ генә һандыҡ эштәтергә буш оҫта таба алмағас, мәңге шимдәп йөрөүсе Иштимер ағайҙан әтмәләткән булғайны. Шуны битемә ҡапларыңды белһәм, лутсы кесерткән тоғона тултырып килер инем бирнәмде. Тотаң да шул һандыҡҡа бәйләнгән булаң. Кешенеке һымаҡ семәрһеҙ булһа ла, аҡсаңа тиклем шунда һаҡлайың бит үҙең. Ә ҡыҙыңа нишләп һандыҡ эшләтеп ҡуйманың?
-Нормальный кейәү тапһа, һандыҡтың иң шәбен табып бирермен.
-Аҫраған башмаҡ менән тиңләмәксеһең. Һинән аҫралып йәшәгәнем юҡ! Һиңә килгәндә лә эшләй инем, әле лә көн яҙлыҡтырғаным юҡ. Аҡсаһын да эшләп, донъя көтөп тә ярай алманым инде. Ана, эшләмәгән бисәләр минән артығыраҡ кейенеп йөрөй. Ә мин аҡса эшләп йөрөһәм дә, һинән үтеп, алмаш күлдәк тә һатып ала алмайым.
Мине күпме кәмһетһәң дә түҙә килдем, инде балаларға йәбешеүеңде кисерә алмайым. Миңә донъя кәрәкмәй, миңә тыныслыҡ кәрәк тә балаларымдың бәхетле булыуы кәрәк. Енләнгән саҡтарыңда, өндәшмәһәм, бәлки, тынысланыр, тип тешләнеп йөрөп, бына, ауыҙымда тешем ҡалмай бара. Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ, тип, балаларым, ниндәй генә булһа ла, үҙ атайҙарына атай тип әйтһен, тип түҙҙем. Инде балаларымдың яҙмышына тығылырға йыйынаһың икән, минут та түҙеп тормаясаҡмын был йортта. Миңә сығып китер өсөн күп нәмә кәрәкмәй – булған кейем-һалымым семәрһеҙ һандығымдан ашмай.
Шымыҡай Мәүлиҙәһенең быуаһы йырылыуына, дөрөҫтө битенә бәрә әйтә алыуына шаҡ ҡатҡан ир бер аҙға телһеҙ ҡалды.
…Ошо көндөң етерен һиҙеп йөрөнө. Ҡыҙы Мәликәнең күрше ауыл егете Дәмин менән дуҫлашыуын ишеткәс тә, ошо болғаҡтың сығырын самалап, алдан уҡ йөрәге яна башлағайны инде әсәнең.
Быны ҡыҙына нисек әйтергә белмәй уйланды, ҡайғырҙы бер гилке. Тәки әйтә алманы. Ярай, атаһына үҙе әйтеп ҡараһын. Бәлки, тине…
Ул һөйләшеү иҫенә төшһә, йөрәге янып-һыҡрап бер була ҡатындың.
-Атай, минең һиңә әйтә торған бер етди генә хәбәрем бар ине.
-Ниндәй хәбәр тағы? – Атаһы, ғәҙәтенсә, рыя ҡыланған булды.
-Ултыр әле, атай. – Үҙенә артын ҡуйып баҫып, тәҙрәнән нимәлер ҡарап маташҡан булып ҡыланған атаһын үҙе ултырған диванға саҡырҙы Мәликә.
-Нимә, тороп тыңлаһам, ишетмәҫ тейеңме әллә?
Атаһының мин-минлеген еңә алмаҫын аңлаған ҡыҙ, ахыры, үҙе лә аяғөҫтө баҫты.
-Атай, ней… Миңә ҡоҙа килә был йомала.
Тәҙрә эргәһендә торған ир тертләгән һымаҡ тойолһа ла, һыр бирмәгән булып ҡыланды - әйләнеп тә ҡараманы.
-Ярай, мәлең еткән, сығаң инде. Бер һинән генә ҡалмаған.
-Быны фатихаң тип ҡабул итәйемме, атай. – Шулай тине лә, яуап булмағас, Нәфилә шәп-шәп атлап ишеккә йүнәлде. Шундай ҙур яңылыҡты әйткәндә лә үҙенең тәккәбберлеген еңә алмаған атаһына рәнйеүен күҙ йәштәре менән йыуырға…
-Туҡта! Тороп тор. Ата тине ни ҡалған. Ҡылт итеп кенә барағыҙ бөтәгеҙ ҙә. Ҡайһы яҡтан киләләр?
Ҡыҙ туҡтаманы. Картуф баҡсаһы аша сығып, кәртә арттарынан аҡҡан шишмә буйына уҡ йүгерҙе. Ярай әле, ошо аулаҡ мөйөш бар Ер шарында. Бәләкәй саҡтарында Морат ағайы менән ултыртҡан муйылдары хәҙер ҙур булып үҫеп китте. Шуның ышығындағы ике түмәргә таҡта ҡатылып ҡына әтмәләнгән эскәмйәләренә ашыҡты ҡыҙ. Аталары утын алып ҡайтҡас, ул өйҙә юҡта, ағайы менән икеһе ике түмәрҙе урлап, көлә-көлә ошо муйыл төбөнә тәгәрәткәндәре иҫенә төштө. Морат ағайы таҡта киҫәген йышып, шул түмәрҙәр өҫтөнә нығытҡайны.
* * *
-Ҡайһы яҡтан киләләр, моғайын, һин белгәнеңдер, нимә өндәшмәй йөрөнөң? - Ир ҡатынына ябырылды.
-Бала башланып ҡына торған тормошондағы был мөһим ваҡиға тураһында һиңә үҙ теле менән әйтһен, тигәйнем. – Ата менән ҡыҙ араһындағы һөйләшеүҙе аш бүлмәһендә тыңлап тороп, балаһы өсөн йөрәге ярылырҙай булған әсә күҙ йәштәрен йота-йота шулай яуапланы.
-Нишләп ундай хәбәрҙе мин иң аҙаҡтан беләм, ә? Атайҙы атай иткән кеше юҡ был өйҙә. Һәр кем үҙе герой булып алған.
Ҡатын өндәшмәне.
-Шул тештәнеп теңкәгә тейәң бит һин. Кәрәк саҡта ҡырҡып алһаң да өндәшмәйһең.
Тыныслана төшкән Мәликә ҡайтып ингәндә әсәһе ярҙамы менән инде әҙерәк артына ҡайтҡан атай кеше диванда гәзит уҡыған булып ҡылана ине.
Башлап һүҙ ҡушыусы булмағас, тәккәберлеген еңеп, һүҙҙе үҙе башланы.
- Ҡоҙалар ҡайҙан килә?
-Күрше Сатрайҙан. – Ҡыҙ теләр-теләмәҫ кенә яуап бирҙе.
-Кемдәр араһы? Кейәү буласаҡ кеше кем?
- Дәмин.
-Ке-ем? Ҡайһы Дәмин?
-Мирзаһитов.
Ултырған урынынан ырғып уҡ китте Байморат.
-Тапҡаның икән кешене! Улар менән ҡоҙа булаһым юҡ!
Мәликә аптырауҙан шаҡ ҡатһа, ошо хәлдең булырын самалап йөрөгән Мәүлиҙә, балаһын ҡурсыған инә ҡоштай, ҡыҙының эргәһенә барып баҫты.
Ярһыған ир ниндәй генә һүҙҙәр әйтмәне лә, әсә менән ҡыҙҙы нимәлә генә ғәйепләмәне – уныһы сит ҡолаҡтар өсөн түгел.
Төнө буйы илап сыҡҡан ҡыҙ иртәнсәк атаһы уянмаҫ борон уҡ тороп, әйберҙәрен йыйып бөткәйне инде. Такси ғына оҙаҡланы.
Өйҙәге хәрәкәткә уянған ир залға сығыу менән ҡыҙының иҙәндә ултырған юл сумкаһына күҙ һалды һәм хәлде аңланы. Хатта ҡыуанып ҡуйҙы. Тимәк, сүтәки лә ата һүҙенә ҡолаҡ һалған.
Ул арала өй янында машина сигнал бирҙе.
Атаһының күҙенә ҡарамаҫҡа тырышып, юл сумкаһын эләктереп сығырға уҡталған ҡыҙ, ишеккә еткәс, артынан ҡалмай иламһырап эйәреп йөрөгән әсәһен ҡосаҡлап:
-Атай, тыныс бул. Дәмингә хәбәр иттем. Ҡоҙалар килмәйәсәк. Һәм, ғөмүмән, мин кейәүгә сыҡмаясаҡмын. Сөнки атайым ҡушмай! Беҙҙә бит атай диктатураһы. Беҙ бит был өйҙә ҡолдар. Үҙебеҙҙең һүҙебеҙ ҙә, фекеребеҙ ҙә юҡ. Атай һүҙе генә бар. Ул нимә теләй, шуны ғына үтәргә тейешбеҙ. Хатта яҙмышыбыҙҙы ла атай билдәләй! Хуш, атай! Һин ошо ҡылығың менән үҙеңде ейәндәр һөйөүенән дә мәхрүм итә икәнеңде онотма. Мин бит һин дошманлашҡан Мират Мирзаһитовҡа сығырға уйламайым, уның улына сығырға йыйынғайным. Һеҙҙең нимәнелер бүлешә алмауығыҙҙа Дәминдең дә, минең дә тамсы ла ғәйебебеҙ юҡ.
Атай кеше бер һүҙ ҙә өндәшмәне.
-Әсәй, Хоҙай һиңә сабырлыҡ бирһен! Был өйҙә һинең кеүек мин дә бәхет татый алмам, ахыры. Ләкин мин һинең кеүек ғүмеремде ҡоллоҡта үткәргем килмәй, әсәй. Һине ныҡ яратам! – тип әсәһен ҡосаҡлап үпте лә тышҡа атылды атаһынан тураһын яра әйтеү холҡон алған Мәликә.
Машина ҡуҙғалып киткәнен пәрҙә ситенән генә күҙәткән атай кеше, тешен шығырҙатып:
-Ҡайтыыыр. Әллә ҡайҙа барыр тейеңме Ҡыш етһә, ит алырға тып итеп кенә ҡайтып инер, - тип ҡуйҙы.
Таңһылыу БАҺАУЕТДИНОВА. "Ватандаш" журналы сайты