Көнгәк
+23 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар

Ҡатын булһаң да, ҡарарлы бул.

Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһарҠатын теләһә, ишәктән ир яһар
Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар

Ҡатын булһаң да, ҡарарлы бул.

Ҡатын-ҡыҙҙың сәсе оҙон, аҡылы ҡыҫҡа.

Ҡатын-ҡыҙҙың хәйләһенә шайтан да түҙә алмаҫ.

Ҡатындар теле — утлы киҫәү.

Ҡатындар һүҙе менән йөрөһәң, әжәлең етмәй үлерһең.

Ҡатындар һүҙенә алданма, югерек атҡа таянма.

Ҡатындарҙың күңелендә ни — телендә шул.

Ҡул телдән айырылмаҫ, һөйәк иттән айырылмаҫ, һүҙ эштән
айырылмаҫ, ир һүҙенән айырылмаҫ.

Ҡыҙҙар бүрәнә ярығынан да көлә, ти.

Ни күрһә лә, ир башы менән ат башы күрә.

Осорорға ел көслө, еңелергә ир көслө.

Сүбәк баш ир булғаныңса, сепрәк баш ҡатын булғаның яҡшы.

Тырнаҡ үҫтергән ҡатындан йыраҡ ҡас.

Уғры менән юлдаш булма, ҡатын-ҡыҙ менән серҙәш булма.

Уҫал ҡатындан аждаһа ҡурҡҡан.

Утҡа барған ҡатындың утыҙ ауыҙ һүҙе бар.

 

Автор:
Читайте нас