

Бәләкәс кенә ҡыҙыҡай тырышып-тырмашып ағас төбөнә нимәлер күмеп йөрөй, ти. Быны ҡойма аша күҙәтеп торған күршеһе:
- Нимә күмәһең ул унда, Гөлшат? - тип һораған.
- Ҡомағымды ерләп йөрөйөм, Зәбирә апай...
- Ҡомаҡ өсөн бигерәк ҙур түгелме соҡороң?
- Соҡор ни, ҙур була инде, ҡомаҡ һеҙҙең бесәйегеҙҙең эсендә ятҡас!.. - тимәһенме.