

Улар Федоровка районында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыялланған ҡыҙ мәктәптән һуң үҙе теләгән уҡыу йортона конкурстан үтмәй. Төшөнкөлөккә бирелеп ятыу урынһыҙ,ул кире Салауат ҡалаһына юллана һәм хеҙмәт юлын балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып башлай.
Уларҙың мөхәббәт тарихы ябай: мәктәп йылдарынан уҡ ситтән генә ғашиҡ булып йөрөгән күрше ауыл егете Малик менән араларында мөхәббәт уты ҡабына. Береһе техникаға йән өрөр, икенсеһе ҡул эшенә, бешеренеүгә оҫта йәштәр теүәл ярты быуат элек ғаилә ҡора.
Һөнәре буйынса тракторсы Малик Тимерғәли улы йәштәр ҡалаһы Мәләүездә төҙөлөш ойошмаһына эшкә урынлаша. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң йәштәргә төҙөлөп бөтмәгән йорттан асҡыс тапшыралар. Салауат ҡалаһында ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән ғаилә өсөн был тормоштарындағы иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе була. Тиҙерәк үҙ мөйөшөнә күсеү теләге менән янған Зифа сабыйын күршеләренә ҡалдырып, бер нисә ай ике ҡала араһын тапай. “Башҡаларҙан байтаҡҡа алда, үҙебеҙсә ремонт эшләп, беренсе фатирыбыҙға күстек”, - ти хужабикә. Бындай ҡыуаныслы мәлдәре артабан да күп була Ғөзәйеровтарҙың. Тормоштарына йәм өҫтәп Рим улдары янына Зилара исемле ҡыҙ алып ҡайталар. Ауылда тыуып үҫкәнгәме, Малик ағай үҙ йорто тураһында хыяллана һәм уны тормошҡа ашыра, 80-се йылдар башында ҙур йорт һалып сығалар. Бөгөн ул ысын мәғәнәһендә, бәхет утрауына оҡшаш. Ял һәм байрам көндәре балалар, ейән-ейәнсәрҙәр өләсәй-олатай янына йыйылырға тырыша. Малик ағайҙың оҫта ҡулдары менән төҙөлгән йорт ҡаралтылары башҡалар араһында ҡабатланмаҫ матурлығы менән айырыла. Уның тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте СССР Юғары Советы Президиумының “Халыҡтар дуҫлығы” ордены менән билдәләнгән. Уңған хужабикәнең тәҙрә төбөн тиҫтәләгән гөл биҙәй, баҡсаһындағы сәскәләрҙең иҫәп-һаны юҡ. Ҡалала йәшәһәләр ҙә күпләп ҡош-ҡорт аҫырай, баҡса үҫтерәләр.
Тәрбиәсе ярҙамсыһы булып 15-се балалар баҡсаһына эшкә урынлашҡан Зифа Флүз ҡыҙы күптәнге хыялын тормошҡа ашыра – Өфөлә ситтән тороп тәрбиәсе һөнәре ала. Балаларға туған телгә, халыҡ йолаларына һөйөү тәрбиәләгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 41 йыл эшләп хаҡлы ялға сыға. Уның да педагогик эшмәкәрлеге төрлө кимәлдәге Рәхмәт хаты, грамоталар менән билдәләнгән. Икенсе тыуған йортона әүерелгән эш урынына бөгөн дә төрлө сараларға саҡыралар уны. Бына шундай изге йола йәшәй “Гүзәл” балалар баҡсаһында. Хеҙмәт ветераны балалар, ата-әсәләр менән берлектә ойошторолған саралар тураһында көндәр буйына һөйләргә әҙер. 20 йылға яҡын Фәриҙә Ҡобағошова етәкселегендәге йыр ансамбленә йөрөй. Буш ваҡыт бүлеп, “Аманат” йыр ансамблендә шөғөлләнә, ҡалала үткән сараларҙа сығыш яһай. Бәләкәйҙән өйрәнгән шөғөлө - шәл бәйләүҙе лә ташлағаны юҡ Зифа апайҙың.
Ике уңған осрашып, тормош йөгөн бергә тартҡанға донъялары етеш, ҡотло. 50 йыл татыу ғүмер кисереү өсөн аҡыл, өмөт-ышаныс, түҙемлелек талап ителеүен Зифа һәм Малик Ғөзәйеровтар яҡшы белә. Алтын туйға етеү- йылдар һынауына бирешмәгән сабырлыҡ сағылышы. Киләсәктә лә өлгөлө парға балалар, ейәндәр хәстәрен тойоп, бәхетле тормошта йәшәүҙәрен теләйбеҙ.