Уларҙың йоҡо бүлмәһе менән зал йоҡа таҡта менән бүленгән. Бер заман еңгәнең шыбырҙап һөйләшкәне ҡолағыма салынды. Кемделер әрләп алған һымаҡ була, асыулы ғына өндәшеүе лә ишетелә, иркәләнеп кенә мыжып та ала. Йоҡоға һаҡмын, берәйһе ингән тиер инең, ишек асылманы. Шулай өн менән төш араһында юғалып, ни уйларға белмәй ятам. “Йыш килмә, арытаһың, - ти еңгә һаҡ ҡына. Яуап юҡ. Бер аҙ ваҡыттан ҡолаҡҡа ауыр тын алған тауыш салынды. ”Һинән килгән тупраҡ еҫенән башҡа йәшәй алмайым һымаҡ тойола”, – ти, тауышын мөмкин тиклем яйыраҡ сығарырға тырышып.
Яратҡан еңгәмдең тауышын ишетмәҫ өсөн юрған менән ҡолағымды ҡаплайым. Дөм ҡара төндө кем менән һөйләшергә мөмкин? Кемгә килмәҫкә ҡуша, кешенән тупраҡ еҫе киләлер шул?!
Әллә ҡаушауҙан, әллә ҡурҡыуымдан йоҡлап киткәнмен. Иртүк еңгәмдең аш бүлмәһе яғында йөрөгәнен ишетеп, тиҙерәк янына барҙым. Уның арыған йөҙөндә нур әҫәре юҡ - беләктәрендәге ҡыҙарған, зәңгәрләнгән урындарҙы ҡул таҫтамалы менән ҡапларға теләп, миңә төбәлде. Бер-беребеҙҙе һорауһыҙ аңлаған инек.
Хәлдең насар тамамланыуын йәш булһам да аңлай инем, иртәгәһенә район үҙәгендәге бер бағымсыға киттек. Бында доғалар менән тулыһынса таҙарынды еңгәм, икәүләшеп тә килделәр.
Ике йылдан һуң һуң уларҙың балалары тыуҙы. Мин дә уҡыуымды тамамлап, кейәүгә сыҡтым. Еңгә менән беҙҙең арала икәү генә белгән серебеҙ ошо беҙҙең.