

Часть командиры өйөнә ҡайтып инеүе менән ҡатыны һөйөнсөләй.
– Һеҙҙең часты башҡа часҡа ҡушалар икән, ишеттеңме?
– Кит юҡты һөйләмә!
– Миңә баҙарҙа Мәфтүха ҡарсыҡ әйтте.
– Юҡ хәбәр был. Мин – часть командиры. Һеҙҙән яҡшыраҡ беләм.
Икенсе көндө командир өйөнә ҡайтып инә лә, ҡатынына өндәшә.
– Мәфтүха ҡарсығыңа барып һораш әле. Мине ҡайҙа күсерәләр икән?..
Йылмай!