Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Яҙмыш елдәренә бирешмәй

Кеше яҙмышы Юғары көс тарафынан әсә ҡарынында уҡ яҙыла тиҙәр. Һәр кемдең ғүмер юлы үҙенә генә хас. Һинең өсөн берәү ҙә тау артылмай, йылға кисмәй, дауылдарға ҡаршы бармай.

Яҙмыш елдәренә бирешмәйЯҙмыш елдәренә бирешмәй
Яҙмыш елдәренә бирешмәй

Әҙәм балаһының шатлыҡлы һәм ҡайғылы ваҡыттарында таянасаҡ урыны, яҡындары, дуҫтары булырға тейеш. Тормоштоң аяуһыҙ һынауына баш эймәгән, теҙләнергә теләмәгәндәр күп. Шуларҙың береһе Раян Садиҡов тураһында бөгөнгө яҙмабыҙ. Сығышы менән Күгәрсен районынан егет белемде Томансы, Аптраҡ мәктәптәрендә ала. Бил бирмәҫ спортсылары менән дан тотҡан, халыҡ мәнфәғәтен беренсе урынған ҡуйған шәхестәре менән танылған төбәктә Раян да бәләкәйҙән үк көрәшкә тартыла. Бала сағы боҙҙа хоккей уйнап, ер асылғас футбол тибеп, ололарға миҙгел эштәрендә ярҙам итеп үтә. Һабантуйҙа көрәшселәрҙе күргән үҫмер күңелендә батырҙарға тиңләшеү хыялын уята.

Йәше еткәс Раян Нурғәли улы һалдат шинеле кейә. Мыҡты кәүҙәле, киң күңелле, ярҙамсыл егетте армияға Томансы ауылы ҡыҙы Хәлиҙә оҙатып ҡала. Бөгөн ике араны яҡынайтҡан, күңелде йылытҡан һөйөү хаттарының иҫәбен хәтерләү мөмкин дә түгел. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер йылдан һуң егет  һөйгәненә яусы ебәрә. Уларҙың ғаиләһенә нигеҙ 1986 йылдың апрелендә һалына. Мөхәббәт һәм татыулыҡҡа ҡоролған ғаилә карабы бына 40 йыл дауамында ел-дауылға бирешмәй, үҙ йүнәлешенән тайпылмай, тормош диңгеҙендә гиҙә. Раян Нурғәли улы ҡала үҫешенә тос өлөш индергән химия заводында, хәләле Хәлиҙә Зөфәр ҡыҙы үҙ һөнәре буйынса  эшләй башлай.

-Йәштәр үҙ мөйөшөн булдырып, бер бөтөн булып йәшәй башлағанда яҙмыш уларҙы ҙур һынау алдына ҡуйҙы. Врачтар Раянда ҡан тамырҙары ауырыуын тапты. Был йылдарҙа тапшырылған анализ, уның һөҙөмтәләренең саҡ ҡына булһа ла ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә өмөтләнеү, уныһының, киреһенсә, хәүефте арттырыуы ғаиләне тағы ла берләштереп кенә ҡалманы, яңы һынауҙарға ла әҙерләне, - ти ғаилә дуҫтары Рәмзиә Яҡупова.

Мәкерле ауырыу үҙенекен итә - һабантуйҙарҙа бил бирмәгән баһадирҙың аяғын киҫәләр. Йөрәгең ярылырҙай был мәлдәрҙе еңеп сығыуҙа үҙенең сыҙамлылығы ғына түгел, яҡындарының терәк булыуы ла ышаныс өҫтәй. Йоҡаҡ урын тиҙ йыртыла тигәндәй, биш йылдан һуң икенсе аяғын да киҫәләр. Был инде һынауҙың иң ҙуры булыуын бер кем дә инҡар итмәйҙер. Спортсының ихтыяр көсө өҫтөнлөк итә – яҙмышы әҙерләгән ҡаршылыҡ алдында ҡаушап ҡалмай, тиҙҙән Раян Садиҡов аяҡ кейемдәре ремонтлау нөктәһендә эшләй. Ҡаланың төрлө мөйөшөндә йәшәгәндәрҙең тап уны эҙләп килеүенең сәбәбе билдәле - башлаған эшен еренә еткереп, кешегә оҡшарлыҡ башҡарған  бындай һөнәр эйәләре һирәк осрай.

Ҡаланың инвалидтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы ла ул Раян Садиҡов. Республиканың төрлө тарафында ярыштарҙа ҡатнашып, Мәләүездең данын яҡлай. Махсуслаштырылған автомобиль менән ғаилә ағзаларын, ейән-ейәнсәрен дә сәйәхәткә алып сыға.

Хәләл ефете Хәлиҙә Зөфәр ҡыҙы “Йәрминкә” супермаркетында икмәк бешереүсе булып эшләй. Раян Нурғәли улы баҡсаһын да ҡаҙа, сәсә, тәрбиәләй. Йорт эштәрен дә үҙе башҡара, тәмле итеп ашарға әҙерләй. Бөгөн төрлө сәбәп табып, нисек тә булһа эшләмәҫкә тырышҡандар өсөн мәҡәләбеҙ геройы ысынлап та һоҡланыу уята. “Йәрминкә” супермаркетында пекарь булып эшләгән ҡатыны Хәлиҙә, улы Рөстәм, килене Эльза, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары, дуҫтары өсөн ысын ҡаһарман, көслө рухлы шәхес ул.

Арабыҙҙа шундайҙар күберәк булһын ине.

Яҙмыш елдәренә бирешмәй
Яҙмыш елдәренә бирешмәй
Яҙмыш елдәренә бирешмәй
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас