КӨЛӘМӘС. Күршеләр

   

КӨЛӘМӘС. КүршеләрКӨЛӘМӘС. Күршеләр
КӨЛӘМӘС. Күршеләр

Ир менән ҡатын обой йәбештерегә булған, ти. Ҡатыны, ҡатындар аҡыллы бит инде, иренә:
- Аҫтағы күршеләрҙең фатиры беҙҙеке кеүек. Бар, матурым, йыбанмай ғына төшөп белешеп кил әле, күпме обой төргәге китте икән? - ти.
Ир, әлбиттә, төшөп белешә, ҡайтып ингәс:
- 16 рулон алдыҡ тинеләр, - ти.
Магазиндан ҡиммәтле генә 16 төргәк обой алып ҡайтҡан былар, эштең бөтөүенә 6 төргәк артып ҡалмаһынмы!
Ир, аптырап, аҫҡа төшөп киткән, күршеләренә.
- Күрше! Һин 16 тип әйткәйнең бит!
- Эйе, 16 тигәйнем.
- Беҙҙең алтауһы артып ҡалдысы...
- Эйеее, тущны шул, беҙҙеке лә алтауһы артып ҡалғайны ул... - тимәһенме!
Йылмай!

Автор:
Читайте нас