

Хәрби частың казармаһы постында шартлай яҙып телефон шылтырай, ти, туҡтауһыҙ. Алыусы юҡ. Янынан үтеп барған һалдат, ашығыс берәй нәмәлер тип, трубканы ала.
- Тыңлайым! - ти. Теге остан:
- Зинһар, әйтегеҙ әле, һеҙҙең частә нисә эш "Волга"һы бар?
- Икәү: береһе ремонтта, икенсеһендә теге һантый ҡартбаш Филипопов йөрөй.
- Филипопов кем ул?
- Беҙҙең част командиры - полковник Филипопов.
- Шунан, ныҡ һантыймы шулай?
- Ундай һантыйҙы көндөҙ шәм менән эҙләһәң дә тапмаҫһың, иҫәүәндең иҫәүәне!..
- Тәәәк-тәк-тәк... Ә һеҙ кем менән һөйләшәһегеҙ беләһегеҙме?
- Юҡ.
- Мин полковник Филипопов булам!
- Ә һеҙ кем менән һөйләшкәнегеҙҙе беләһегеҙме? - тип һорай һалдат.
- Юҡ.
- Улайһа, ярар, хушығыҙ иҫәүән һантый Филипопов!