

Машинала ир, ҡайны, ҡәйнә баралар икән. Көтмәгәндә быларҙы юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәре туҡтата.
– Ҡотлайым. Һеҙ – был участокта ҡағиҙәләрҙе боҙмайынса уҙған беренсе кеше. Шуның өсөн һеҙгә 1000 һум премия!
Ир ҡыуанып китә:
– Шәп булды әле был. Исмаһам, права алырмын.
– Нисек, һеҙ “право”һыҙ йөрөйһөгөҙме ни?
Ҡайныһы:
– Тыңламағыҙ уны. Иҫерек саҡта нимә һөйләгәнен белмәй бит ул!
ГАИ хеҙмәткәре иргә:
– Етмәһә, һеҙ иҫерекме ни?
Ҡәйнәһе:
– Әйттем мин һеҙгә, урланған машинала алыҫ китеп булмай тип! - ҡысҡыра ти артҡы салондан.
Йылмай!