Үкенес йәштәре

Ялбыр ҡашы күҙ ҡабағын ҡаплап, һәленеп төшкәнен күргәс тә, иренең кәйефе шәптән түгеллеген аңланы Мәсҡүҙә. Шуға ла өнһөҙ генә ҡашығаяҡ янындағы эшен дауам итте. Белә ул: бөгөн йәмәғәте бер ҡайҙа ла бармаясаҡ һәм бөтә асыуын ҡатынына төшөрәсәк йә күңел төшөнкөлөгөнә биреләсәк. Элегерәк йәмәғәтенең был халәте бер көндә үтә ине, ҡартая килә аҙна-ун көнгә һуҙыла. Йыл һайын ауыл хужалығы эштәре тамамланып, уңыш дәүләт келәтенә инеп ятҡас, мәктәптә ауыл хеҙмәтсәндәрен, хеҙмәт ветерандарын саҡырып, класс сәғәттәре, кластан тыш саралар ойошторола. Йәш быуын менән осрашыуҙан, тырыш хеҙмәт хәтирәләренән, күңелле иҫтәлектәрҙән күңелдәре күтәрелеп ҡайтҡан ауылдаштарын күреп, уларҙың араһында үҙенең дә булмауына оторо йәне көйә Ғәленең. Исеме Ғәле түгел, әлбиттә. Аҙан әйтеп ҡушҡан исеме Миңлеғәли уның. Тыуғанда уң яҡ ҡолағы ярпыһында ҙур ҡара миң булғанға шулай тип ҡушҡандар. Олатаһы-өләсәһе иҫән саҡта ғына тулы исеме менән йөрөп ҡалды ул. Аҙаҡ уны Ғәли тип кенә йөрөттөләр. Ситтән тороп, агрономлыҡҡа уҡып сыҡҡас, Ғәли Вәлиевич булып китте. Ысындырмы-юҡтырмы, юғары уҡыу йорто дипломын алып ҡайтҡас, хеҙмәттәштәре уны ҡотлап ҡулын һуҙғанда, үҙен уйынлы-ысынлы “Ғәли Вәлиевич” тип танытҡан тиҙәр. Хәҙер иһә уны Ғәле тип кенә йөрөтәләр.

Үкенес йәштәреҮкенес йәштәре
Үкенес йәштәре

Ҡасандыр йәшел күҙҙәренән осҡон сәсеп, ҡуйы ҡара ҡаштарын нисек теләй шулай сөйөп ҡуйған ҡуйы бөҙрә сәсле ирҙең исеме менән бергә абруйы ла ҡыҫҡарҙы шул.

Ғөмүмән, Миңлеғәли Абдулвәли улының исеме нисә тапҡыр үҙгәрһә - шунса тапҡыр тормош кисерҙе ул.

Бала сағы, йәшлек йылдары хәсрәтһеҙ үтте. Олатаһы-өләсәһе ҡурсыуы, атай-әсәһенең абруйы менән үҫкән егеткә үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫыуы ауыр булманы. Хәрби хеҙмәттән һуң совхозда эшләне, ситтән тороп юғары белем алды.

Икенсе тормошо Ғәли Вәлиевич тип йөрөтә башлағас булды. Тормошоноң бына ошо дәүерен һағынып иҫкә ала ул. Бар ине бит уның да ер һелкетеп йөрөгән ваҡыттары! Хеҙмәт вазифаларының төрлө баҫҡысында, әлбиттә, үҙен төрлөсә күрһәтте. Дәрәжәһе, абруйы буйынса үҙенән юғарыраҡтарҙың һүҙен, аңлаһа-аңламаһа ла, тоғро эт кеүек, күҙҙәренә тура ҡарап, башын һелкмәйенсә, эйәген ҡаҡмайынса тыңламаны. Үҙҙәренең алдында теҙләнергә ҡушһалар, моғайын етәкселәрҙең был үтенесен дә үтәр ине ул гөнаһ шомлоғо. Һәр сөскөргәнгә “йәрхәмбикалла” тип әйткән кеше ниндәй етәксегә оҡшамаһын, бына шулай түбәнселеккә төшөп, юғары үрмәләне Ғәле. Бейек осоу өсөн көслө ҡанаттан бигерәк кәкре томшоҡ кәрәк икәнлеген яҡшы белә ине ул, нәҫелендә булмаһа ла, еҫтең ҡайҙан килеүен, елдең ҡайҙан иҫеүен белеү һәләте көслө ине уның. Шулай итеп, тотоп һелкһәң, ҡойолорлоҡ бер нәмәһе булмаған әҙәм колхоз дилбегәһен ҡулына алды. Ҡул аҫтындағылар менән үҙен ҡол биләүсе һымаҡ тотто. Үҙенән олораҡтарға ла хатта сыбыртҡы менән киҙәнергә оялмаған тиҙәр уның хаҡта. Етәксе булған осорҙа нисек теләне - шулай йәшәне, ә нәфсеһе бик ҙур булды уның. Көн дә күңел асыу, кәйеф-сафа, ҡатын-ҡыҙ. Ауылдаштары уның тәртибенән, эшенән ризаһыҙлыҡ белдереп, тейешле урындарға мөрәжәғәт итеп тә ҡаранылар, әммә үҙәктән килгән һәр түрә-ҡараның машинаһын-арбаһын майлап ебәргәс, үҙенең эштәре лә яйлы-майлы булды. Ялыу-тәнҡиттәр нисек яҙылһа, шул урында ҡалды.

Тормошо мәңге ошолай гөрләп торор һымаҡ тойолһа ла, үҙгәртеп ҡороу елдәре уның хужалығына ла килеп етте. Бер ҡасан да һайыҡмаҫ, бөтмәҫ булып күренгән дөйөм хужалыҡ байлығы бер көндө юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Колхоз тарҡалып, иген баҫыуҙары, һарай-ҡуралар бушап ҡалғас, башланды ла инде Ғәле тормошо. Йылғырыраҡтар, мутыраҡтар, ә бәлки, алдынғыраҡ ҡарашлылар хужалыҡтың нимәһен ҡулына эләктерә алды - шуны эләктереп, йә үҙ эшен асты, йә ҡалаға тайҙы. Ә Ғәле юғары дәрәжәле кешеләргә һыу ҡойоп, ҡул йыуҙырыуҙан, төрлө мәжлес-байрамдарҙа уларҙың бөйөклөгөн данлап, шәхесен маҡтап, шиғри юлдар сыймаҡлауҙан башҡа һәләте булмаған кеше булараҡ, бөтөнләй юғалып ҡалды. Дөрөҫөрәге, ҙур ауылдың уртаһында яңы ғына һалынған ике ҡатлы мөһабәт йортон, баҡса-ҡураһын ташлап киткеһе килмәне.

Тәүге йылдарҙа Ғәле ауылдаштарының үс алыуынан ҡурҡып йәшәне. Эшсән, изге күңелле яҡташтары күңелендә ундай уй булмағанын аңлағас, ҡултыҡ аҫтына таушала биргән ҡара папкаһын тығып, урамға сыҡты, ауылда үткәрелгән сараларҙа, йыйылыш-байрамдарҙа һүҙ алып, телмәр тоторға ғәҙәтләнде. Һәр сығышында “бына мин рәйес булған осорҙа” тигәнерәк фекер яңғырауынан биҙгән ауылдаштары яйлап уға һүҙ бирмәй, осрашыуҙарға саҡырмай башланы. Был иһә социалистик ярыштарҙа, биш йыллыҡтарҙа еңеп сыҡҡан колхоз рәйесен ярһытты. Әммә халыҡ яҙғы даръя менән бер, уға ҡаршы барып булмай.

Тора-бара үҙенә тағы бер шөғөл тапты: әлеге ҡара папкаһын ҡултыҡ аҫтына тығып, көн оҙоно урам ҡыҙырыу, берәүҙән ишеткән хәбәрҙе икенсегә еткереү, бер кешелә күргәнде икенсегә һөйләү, арттырыу, төймәләйҙе дөйәгә әйләндереү, булмағанды булды тиеү, алдау-йолдау. Көнөнә бер тапҡыр медпунктҡа, китапханаға, элекке идаралыҡ бинаһына барып килмәһә, берәй яңылыҡ ишетмәһә йәки берәйһен яманлап һөйләмәһә, күңелен бушлыҡ, яңғыҙлыҡ тойғоһо биләп ала. Бер ауылдашының уңышын ишетеп ҡалһа, мотлаҡ уның ҡасандыр үҙенә килеп, инәлеп, нимәлер һорауын иҫкә ала. Берәй ғаиләлә туй йәки берәй күңелле байрам булһа, ҡасандыр ул йорт хужабикәһенең һөйәркәһе булыуын тәфсирләй. Тыңлаусы, ҡыҙыҡһыныусы булһа иһә ҡыуанысы сиктән аша.

Шулай ҙа кемдең кем икәнлеген белгәндәр ҙә күп шул ауылда. Ана шуларҙың хөкөмөнән ҡурҡа Ғәле. Әлегә тиклем уның кемлеген күҙенә ҡарап әйткәндәре юҡ. Шулай ҙа кинәйәле, төрттөрөп һүҙ һөйләүҙәрен ишеткәне бар. Яңыраҡ колхоз рәйесе булып эшләгәнендә водитель булып эшләгән Хәбир, һуңғы ваҡытта һине гел әбей-һәбейҙәр янында күрәм, хәҙер ғәйбәт һөйләүҙән башҡаға эшкинмәйһеңме ни? -  тип мыҫҡыл итте. Быныһы инде уның - иң ауыртҡан урыны. Ысынлап та, алтмышын яңы артмаҡлаһа ла, кәре бөттө уның. Колхозсылар көсө менән төҙөлгән йорто ла, баҡса-ҡураһы ла теше төшкән әбей йәки бабайҙың ауыҙына оҡшап бара. Тегенән ҡойола, бынан ишелә. Төҙәтеп ҡағып ҡуйырға көсө лә, ә иң ҡурҡынысы - теләге лә юҡ.

Мәктәп уларҙың янында ғына. Ғәле тәҙрәнән күҙен алмай унан сыҡҡандарҙы күҙәтә. Бына бөтәһе лә гөлләмәләр менән күтәренке кәйефтә сыҡты. Ни тиклем күренмәҫкә тырышһа ла, секерәйеп ҡарап торған Ғәлегә бөтәһе лә, әлбиттә, иғтибар итте. Ул ғына түгел: күптәр хатта ирҙең күҙендә йәш тамсыһы йылтырауын күргәндер ҙә әле. Күрмәһә лә тойғандыр.  Түрбашта үҙ эше менән булған Мәсҡүҙә лә хатта стена аша иренең күңел кисерешен һиҙҙе һәм ысын күңелдән йәлләне.

Лена Абдрахманова.        

 

  

                             

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас