

Был хикәйәттең кинәйәһе тынғылыҡ бирмәне лә ҡуйҙы Шәрифкә. Ятһа ла, торһа ла шул хаҡта ғына уйланы. Быға тиклем ул ғүмер буйы тормошо менән ризалашмаған саҡтарында, ни эшләйһең, күрәсәгең шул булғас, тип бөтә бәхетһеҙлеген яҙмышына япһара ла ҡуя ине. Баҡһаң, маңлайыңа яҙылғанды үҙгәртергә лә булған икән. Үҙгәртергә булһа, иң беренсе нимәнән башлар ине икән? Моғайын, Асия менән айырылышҡан булыр ине. Тик ҡасан? Тәүҙә ҡәйнәһе булмаһа, бөтәһе лә үҙгәрер, тип өмөт итте. Аҙаҡ бер-бер артлы тыуған ике баланы аяҡҡа баҫтырғансы тип йәшәне. Ситтә эшләй башлағас, эшкә әүрәне. Иң ҡыйыны мөҙҙәтле ялға сыҡҡас башланды уның. Бында инде ул кәрем бөткәс, кемгә кәрәк мин тип, был уйҙы башынан бөтөнләй алып ташланы ла, һимеҙлегенән аяғын саҡ һөйрәп атлаған ҡатынына хеҙмәт итеүен дауам итте. Ғәрлегенән, дөрөҫөрәге көсһөҙлөгөнән йөрәкһегән күңелен тынысландырыр өсөн тәмәке көйрәтергә өйрәнеп алды. Был ғәҙәте уны, ысынлап та, ныҡ тынысландыра ине.
Шәриф башланғаны булһа ла, яңы ҡаптан тәмәке алып тоҡандырҙы. Йәнә йәшкәҙәгән күҙен бысраҡ ҡулъяулығы менән тызып һөрттө лә урынынан ҡуҙғалды. Был донъяға һәр кеше бәхетле булырға тыуа, минең дә бәхетле булырға хаҡым бар, тип уйланы. Ошо уйынан ул ҡанатланып, ниндәйҙер еңеллек тойғоһо кисерҙе. Йәһәтләп кейенде лә яҙғы кистең дымлы, саф һауаһын һуларға сыҡты. Ләззәтләнеп оҙаҡ йөрөй алманы ул, ҡолағына ҡатынының асырғанып ҡысҡырған тауышы ишетелгәндәй тойолдо. Әйләнеп ҡайтыуына иһә Асияһы мәңгелек йоҡоға талғайны...
Шәриф ағайҙың, мин бит уны үҙеңә ал тип түгел, мине исмаһам ҡарт көнөмдә бәхетле ит тип һораным бит тип, Хоҙайға өҙгөләнеүе тураһында һөйләгәйнеләр. Мәҡәләбеҙ геройы бөгөн, ысынлап та, бәхетле. Әсәләрен ерләгәс тә, кесе ҡыҙы атаһын алып ҡайтып, өйөнөң түренә ултыртҡан. Ғөмүмән, ул һәр ваҡытта ла балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә булды. Биш йыл элек тәмәкеһен ташлаған, мәҙрәсәне тамамлап, дин юлына баҫҡан. Яҡты йөҙө, изгелекле күңеле уны күпкә йәшерәк һәм бәхетле итеп күрһәтә...
Лена АБДРАХМАНОВА.