Тәүбәме, мөхәббәтме?

Ошолай йәшәү дөрөҫ булдымы икән

Тәүбәме, мөхәббәтме?Тәүбәме, мөхәббәтме?
Тәүбәме, мөхәббәтме?

Был тарихты уларҙың үҙенән ишетмәһәм, уйлап сығарылған тип уйлар инем.

Улар икеһе күршеләш  районда йәшәгән. Йәшлектәрендә хатта киске уйында бер нисә тапҡыр күрешкән, егет ҡыҙҙы оҙатҡан да булған. Әммә яҙмыш ебе сейәләнеп,  егетте яратмаған кешегә өйләндерәләр. Был турала ишеткән ҡыҙ ғәрлегенән яҙғыһын ажғырып ятҡан Иҙелгә һикерә. Тап ошо мәл йылға буйында йөрөгән  Рәмил исемле егет Гөлсинәне үлемдән алып ҡала һәм өләсәһенә алып ҡайта. Ҡыҙ тиҙ арала аяҡҡа баҫа, ә Рәмил үпкәһенә һалҡын тейҙереп, ярты йыл дауаханала ята. Гөлсинәне  ҡотҡарам тип ғүмерен йәлләмәй боҙло һыуға һикергән егет алдында бурыслы тойған ҡыҙ, уға кейәүгә сығырға ризалығын бирә. 

Ире нисек кенә өҙгөләнеп тормаһын, Гөлсинә һаман да йылға аша ғына күрше районда йәшәгән һөйгәнен юҡһына. Юҡ йомошто бар итеп, уларҙың ауылына барып, Айҙар менән осраша. Тора-бара был йәшерен осрашыуҙың осо сыға. Башҡаса әмәл ҡалмағас, йәштәр бөтә нәмәнән ваз кисеп, билдәһеҙ тарафҡа ҡаса һәм шунда төпләнә.

Бында ҡалған яртылары хыянтты ауыр кисерә. Айҙарҙың ҡатыны ике балаһын яңғыҙ аяҡҡа баҫтыра. Рәмил үпкә сиренән 50 йәшенә лә етмәй вафат була.

Илле йыл буйы ситтә йәшәгән Гөлсинә менән Айҙар уҙған йыл ғына тыуған яғына ҡайтты. Әммә уларҙы ҡосаҡ йәйеп ҡаршы алған кеше юҡ ине. Атай-әсәйҙәре күптән гүр эйәһе, туғандары, балалары аталары менән осрашырға ла теләмәгән.

Сит төбәктәге йорттарын һатҡан аҡса ҡалала бер бүлмә алырға ла етмәй, шунлыҡтан ауылда иҫке генә йорт алып бөгөн шунда йәшәй улар. Ваҡытында хистәрен аҙ ғына йүгәнләгән булһалар, бәлки улар ҙа бәхетле ҡартлыҡҡа өмөт итерҙәр ине. Тәүбәме, һөйөүме инде был?! Барыһы ла Хоҙай ҡулында.

Рәфилә БИКЙӘНОВА.

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас