

- Һеҙ, моғайын, ас. Әйҙәгеҙ инеп, ашап сығығыҙ, - тип өйөнә саҡырған.
- Бөтәбеҙ бергә өйгә инә алмайбыҙ, - тип яуаплаған улар.
- Ә ни өсөн? - тип ғәжәпләнгән хужабикә.
Ҡарттарҙың береһе шулай тип аңлатҡан:
- Беҙҙең беребеҙҙең исеме Байлыҡ, икенсебеҙҙеке Һаулыҡ, өсөнсөбөҙҙөкө Мөхәббәт. Кемебеҙҙе ҡунаҡ итеп күрергә теләйһегеҙ, бар иреңдән һора.
Ҡатын ингән дә ишеткәнен иренә һөйләп биргән.
-Бик яҡшы, - тигән хәләле. – Әйҙә Байлыҡты саҡыр.
Ҡатыны ҡаршы төшкән:
Әйҙә Һаулыҡты индерәйек!
Уларҙы тыңлап торған ҡыҙҙары:
- Ә ни өсөн беҙ Мөхәббәтте саҡырмайбыҙ? Ул инһә, өйөбөҙҙә һөйөү урынлашыр...
- Ысынлап та, әйҙә ҡыҙыбыҙ менән килешәйек. Бар, Мөхәбәтте саҡыр, ҡунаҡ итәйек, - тигән ире.
Ҡатын сыҡҡан да:
-Һеҙҙең кемегеҙ Мөхәббәт? Әйҙәгеҙ өйгә, ҡунағыбыҙ булырһығыҙ!
Аҡһаҡалдарҙың береһе өйгә табан атлай, ә ҡалған икәүһе – уның артынан.
Ҡатын аптырап:
-Мин бит һеҙҙе саҡырманым... – тигән.
Теге өсәү шулай тип яуап биргән:
-Йортоғоҙға Байлыҡты йәки Һаулыҡты ғына саҡырһағыҙ, беҙҙең икәүебеҙ урамда ҡалған булыр ине. Ә һеҙ Мөхәббәтте саҡырҙығыҙ. Ә һөйөү булған өйҙә һаулыҡ та, байлыҡ та була...
Лена СӘЛИХОВА тәржемәһе.