

Ғүмер тигәнең аҡҡан һыу һымаҡ икән, үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған. Гөлсирә ниңәлер был тормошон йәштән ваҡытлыса тип кенә ҡабул итте. Тиҙҙән ысыны башланыр ҙа, бына тигән итеп донъя көтөрмөн, өлгөлө ҡатын, хәстәрлекле әсәй булырмын, тип хыялланды. Тик ғүмер ике килмәгәнлеген пенсияға сыҡҡас ҡына аңланы ул. Сәғәтте артҡа бороп ҡына ваҡытты ҡайтарып булмағанлығын да төшөндө. Был ваҡытта берҙән-бер ҡыҙы ла ҡулдан ысҡынғайны инде.
“Бәхетһеҙ булыу – матур ҡатындарҙың өлөшө”, - тигән уй һуңғы осорҙаа күңеленә йыш килә Гөлсирәнең. Улар тураһында ғәйбәт тә, нахаҡ һүҙ ҙә күп йөрөй. Уларҙан көнләшәләр, һыйҙырмайҙар, аяҡ салалар...Ниндәй генә сериалды алма, төп геройҙарҙың береһен дә тулы бәхетле тип әйтеп булмай. Ә ниндәй һоҡланып, һөйөп, яратып ҡына ултыра торған ҡатындар! Бына, мәҫәлән, Виктория Руффо уйнаған Бразилия сериалындағы Валерияны ғына алайыҡ. Ниндәй генә ҡаршылыҡҡа осраманы ул үҙ ғүмерендә. Ире хыянатын да кисерҙе, балаларыныҡын да. Яңынан һөйөү ғазабын да татыны. Ошоноһо иң ауыры булғандыр Гөлсирәгә яратҡан актрисаһы өсөн. Бәхет өсөн бөтә нәмәһе лә бар, ә ҡарашы һәр ваҡыт һағышлы, тип уйланды ул. Сериал ҡараған ваҡытта уны йәлләп, аҙ күҙ йәше түкмәне ул. Әле лә оҙаҡ йылдар үтһә лә яманһыулап ултыра. Янында күршеһе ултырмаһа, күптән балауыҙ һығып ултырыр ине.
- Мин шулай нескә күңеллемен инде ул, хис-тойғоға тиҙ биреләм, - тип аҡланған булды. - Шул уйлап сығарылған персонаждарҙың уңышына һөйөнөп, уңышһыҙлығына көйөнөп, нервым ҡаҡшаны инде.
Күршеһенең иһә иге лә, сиге лә күренмәгән сериал да бөтөнләй эше юҡ. Асҡысын онотоу сәбәпле генә өйөндәгеләрҙең береһе ҡайтыуын көтөп кенә ултыра. Телевизор экранына инерҙәй булып, бөтә иғтибарын кино ҡарауға йүнәлткән Гөлсирәнең ҡыҙы менән ейәнсәре ҡайҙа йөрөүе тураһында һорашырға ла ҡыймай ултыра ул.
“Нескә күңелле” Гөлсирәнең аҡса түләһәләр, ейәнсәремде үҙем ҡарар инем, уның өсөн ниндәй документтар, белешмәләр кәрәк икән, тип һорашып йөрөгәнен белә. Матди мәсьәләһен хәл итә алмағас, ваҡытында үҙе тәрбиә бирмәгән, бөгөн әхлаҡһыҙ тормош алып барған ҡыҙы менән бергә ҡыуып сығарғанын да ишеткәйне.
...Ә ошо мәлдә ҡаланың шәхси секторындағы өйҙәрҙең береһендә һыуыҡ мейескә терәлеп, бер ҡыҙ йоҡлай. Ул – Гөлсирәнең дүрт йәшлек ейәнсәре. Күптән яғылмаған мейестән, әлбиттә, йылы килмәй. Ҡыҙсыҡты ауыҙ-мороно ҡутырлап, ярым һуҡыр ҡарт бесәй генә йылыта. Кисәнән алып улар шулай бер-береһенең тән генә түгел, йән йылыһын да тойоп яталар. Бәләкәй ҡыҙ өсөн әлеге мәлдә ошо йән эйәһенән дә ҡәҙерлерәге юҡ.
Сериалдағы ҡатындың балалары өсөн ҡайғырып, хафаланып, илап ултырғанда Гөлсирәнең үҙенең ейәнсәре икенсе көн йылы аш күрмәй, ҡараңғы кистә урамдан төшкән яҡтылыҡта төҫмөрләнгән һыуыҡ мейескә арҡаһын терәп ойоп ята. Әле уға бер нәмә лә кәрәкмәй. Илағыһы ла, ашағыһы ла килмәй. Тәненең бөтә күҙәнәктәре менән ишектең асылыуын көтә...
Лена АБДРАХМАНОВА.