

Беҙ бөгөн донъяны мутлашыусылар менән тулған тибеҙ. Элек тә булған улар. Беҙгә серен һөйләгән инәйҙең тарихы былайыраҡ.
Уны бер йыраҡ туған апаһы Ташкент яғына саҡырған һәм ҡаршы алғас, ошонда һатҡан. Әллә нисә тәүлек йыуынмай, ашамай юлда йонсоп килгән ҡыҙ нимә булғанын да аңламай ҡалған, тегеләр йорттоң иң төпкө бүлмәһенә индереп баҙ һымаҡ ҡаҙылған соҡорға ташлаған.
“... Дөмбәҫләргә ишек, ҡысҡырырға тәҙрә юҡ. Аҡылдан яҙырҙай булып илауымды бер кем ишетмәй. Шул ваҡытта атай-әсәйемде тыңламай, башбаштаҡлыҡ күрһәтеп сығып киткәнем өсөн үҙемде ҡарғаным. Бер нисә көндән өҫтән бер аҙ һыу, ризыҡ бәрҙеләр. Кискә табан ике ҡатын йыуындырҙы һәм үҙ телдәрендә минең ҡоллоҡҡа һатылыуым тураһында аңлатты. Тағы ике көндән атайымдан да оло йәштәге ир менән ҡауыштырҙылар. Тыуған яғымда ҡорған хыялдарым юҡҡа сыҡты. Шулай илай-илай битен шаҙра ҡаплаған ир ҡатыны булып йәшәй башланым. Иртүк уянып ишек алдын һепереү, ашарға әҙерләү, утарҙағы әллә нисә баланы ҡарау, ҡыҙҙарының сәсен тарап үреү һәм тағы әллә күпме һанап бөтмәҫлек эш ятты елкәмә.
Кис етһә, ир менән түшәккә ятҡым килмәй, илайым. Сәсемдән һөйрәп, ишек алдында типкеләп туҡмау йышайҙы. Алғы тешем ҡойолдо, битемдә тәрән яра һаны артты, ярты йылда әбейгә әйләндем. Ауырға ҡалғас та туҡталманы йәберһетеүҙәре. Сабыйыма ике ай тулғас, ҡасып ҡайтырға булдым. Урман- тауһыҙ урында ҡайҙа йәшенәһең – таптылар һәм тағы ныҡ итеп туҡманылар. Хат яҙыр мөмкинлек табып, әсәйемдәргә килеп алыуҙарын һорап сәләм ебәрҙем. Килделәр, мине танымай торҙолар хатта, әммә айырып алып ҡайта алманылар. Ошонда хеҙмәт иткән һалдатҡа үҙемдең Башҡортостандан икәнлегемде һөйләнем. Рәхмәт төшкөрө, төрлөсә ярҙам итеп, мине 5 бала менән тыуған яғыма ҡайтарыуға күп көс һалды. Хатта поезға ултыртып ебәрҙе. 10 йыл үткәс тыуған яғымды күреү бәхете тейҙе. Ҡулда минең дә, балаларҙың да документы юҡ. Шулай ҙа ярҙам итеүселәр булды: үҙебеҙҙә эш таптым, балаларым да телгә өйрәнде, мәктәптә уҡыны. Аталары кире алып ҡатырға тип ике тапҡыр килде, төрлөсә янаһа ла, ныҡ торҙом.
Бөгөн миңә 75 йәш. Ауылда йортобоҙ бар, балаларым ейән-ейәнсәрҙәрем ҡайтып йөрөй. Ситтә ун йыл дауамында тамуҡта йәшәгән йылдарым бөгөн дә төшөмә инә. Йәш ҡыҙҙарға әйтер һүҙем шул – яңылыш аҙым яһауҙан һаҡланығыҙ. Атай-әсәй кәңшен тыңлағыҙ”, - тип сере менән бүлеште инәй.
Кеше күңеле - бөтмәҫ сер йомғағы. Унда тормоштоң ағы ла, ҡараһы ла бар. Ауыр саҡта бер-беребеҙгә кәңәш биреп, ярҙам ҡулы һуҙып йәшәүгә ни етә?
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.