Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Бысраҡ тәҙрә аша донъя таҙа күренмәй

Бысраҡ тәҙрә аша донъя таҙа күренмәйБысраҡ тәҙрә аша донъя таҙа күренмәй
Бысраҡ тәҙрә аша донъя таҙа күренмәй

Бер ғаилә яңы йортҡа күскән. Иртән йоҡонан уяныу менән, ҡатын тәҙрәгә ҡарап, күршеһенең киптерергә элгән кейемдәрен күргән.

- Уның кейемдәре таҙармаған да, ҡара әле, — тигән ул иренә.

Әммә ире гәзит уҡып ултырған һәм быға иғтибар итмәгән.

-  Күрәһең, уның һабыны насарҙыр, йәки бөтөнләй йыуа белмәйҙер. Уны өйрәтергә кәрәк.

Ҡатын гел шулай ҡабатланған: күршеһе кейемдәрен йыуып элһә, ҡатын уның бысраҡлығына аптыраған,ти.

Бер көн, тәҙрәгә ҡарап, ҡатын ҡысҡырып ебәргән:

-  О! Бөгөн кейемдәре таҙа! Күрәһең, йыуынырға өйрәнгән!

-  Юҡ, - тигән ире, - мин бөгөн иртәрәк тороп, тәҙрәне йыуҙым. 

Беҙҙең арала ла тырнаҡ аҫтынан кер эҙләп, гел кешене ғәйепләгәндәр осрай. Ундайҙарҙан йыраҡ булайыҡ.

Рәфилә БИКЙӘНОВА тәржемәһе

Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас