

Иптәшем эш буйынса себер яҡтарында йыш ҡына йөрөгәс, күп ғаилә тарихтарын ишеткән. Йәштәр ҙә, ололар ҙа тормоштарындағы шаҡ ҡатырлыҡ хәл-ваҡиға менән уртаҡлашҡан. Шуларҙың береһе Рәмзил исемле егет тураһында.
Урта белем алып, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштергәс, тыуған яғында эшкә урынлаша, йөрөгән ҡыҙы менән никах туйын гөрләтеп үткәрә. Матур итеп донъя көтә башлайҙар. Ҡыҙҙары тыуып, ата-әсә йортонда урын етмәгәс, йәш ғаилә үҙ өйө тураһында хыяллана.
Бындағы эш хаҡына төҙөп булмаҫ тип, Рәмзил себер тарафтарына юллана. Йәш ҡатын менән ҡыҙы әсәләрендә йәшәп тора. Тырыш егет ике-өс йыл эсендә үҙ ҡулы менән ике ҡатлы йорт күтәреп ултырта. Өй туйын үткәрер өсөн кредит алып, ҡыйбатлы ремонт, мебель, техникаһын урынлаштыра. Ошо хаҡта хеҙмәттәштәренә ғорурлыҡ менән һөйләгән ул.
“Минең кәләшем, ҡыҙым бер нәмәгә мохтаж булырға тейеш түгел. Ҡатынымды эшләтмәйем, ул тик бала тәрбиәләү менән генә шөғөлләнергә тейеш, барыһын да мин үҙем булдырам”- тигән.
Ике-өс вахта ҡайтмай эшләй, күптән хыялланған сит ил машинаһын ала. Аҡсаһын тиҙерәк түләп бөтәм тип, тороп ҡалып ярты йылдан артыҡ эшләгән.
Телефондан: “Һине ҡыҙың бөтөнләй онотто. Өйҙә ир кәрәк. Сығып киттең дә, ҡайтмайһың”, - тип, йәш ҡатындың зарланғанын хеҙмәттәштәре лә ишеткән.
Яңы төҙөлгән йортта тормош көтөү бик тиҙ ялҡыта ҡатынын. Ҡыҙын балалар баҡсаһына биреп, үҙе эшкә урынлаша. Бына шунан һуң, һөйләшергә ваҡыт юҡ, эштәп арып ҡайттым, телефон тауышһыҙ режимда торған, тигән һылтау табып, Рәмзил менән аралашыуы һирәгәйгән.
Шулай итеп, вахтаның һуңғы айы ла үтеп киткән. Рәмзил ҡайтыр көнөн хәбәр итмәй генә бүләк һәм гөлләмә тотоп, ҡатынын эштән ҡаршы алырға була. Әммә шул саҡ магазиндан бер ир менән етәкләшеп сығып килгән ҡатынын күрә. Эргәләрендә ҡыҙы шатлана-шатлана туңдырма ашай.
Нисек өйҙәренә ҡайтып еткәнде лә аңламай Рәмзил. Өҫтәл артына ултырып һөйләшкәндәр. Баҡһаң, ҡатыны оҙаҡламай Тажикстанға сығып китергә, яңы тормош башларға, ҡыҙын үҙе менән алырға планлаштырып бөткән. Теге матур яңы йортто, машинаны һатып, аҡсаһын талап тигәндәй ала. “Аҡсаһын бирмәһәң, ҡыҙыңды ғүмерҙә лә күрмәйәсәкһең”, - тигән һүҙҙәр Рәмзилде быны үтәргә күндерә.
Бригадалағы егеттәр: “Шунда уҡ икеһен дә сәсрәтә һуғырға ине!” - тигәнгә, Рәмзил: “Мин бит уны яраттым, яратам...” - тип яуап ҡайтарыуы барыһын да шаҡ ҡатырған.
Өс йыл элек Рәмзил менән һуңғы тапҡыр аралашҡан иптәшем. Ул ваҡытта егет ата-әсәһе менән йәшәгән, ә бер бөртөк ҡыҙы менән телефон аша ғына аралашып, йылына бер тапҡыр күрешкән.
Бигерәк йәл. Ҡыҙҙарым, ғаиләм тип янып торған егет яңғыҙы ҡалған. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй, һаман эшләп йөрөй тигән хәбәр ишетелгән.
"Әҙәм балаһы өсөн иң ауыры - насар уй, көнләшеү һәм шомланыуҙыр. Һеҙгә уларҙан сығыу юлын өйрәтәм: насар уйҙа икәнһегеҙ - уны бойомға ашырмағыҙ, көнләшәһегеҙ икән - ҡанығыҙҙы ҡайнатмағыҙ, шомланаһағыҙ икән - уны үткәреп ебәрегеҙ" тип әйтелә бер хәҙистә. Минеңсә, ошонда ғына ла юғарыла килтерелгән барлыҡ дәлилдәргә етди ишара бар. Иң мөһиме, күңелеңә Иблис ултыртҡан шигеңде үрсетмәҫкә генә кәрәктер
Рәмзил исемле егеттең әсе яҙмышына күнеп, күңеленә насар ниәт индермәүе яҡын киләсәктә бәрәкәт, бәхет, ҡот һәм мөхәббәт менән бүләкләнер тигән уй йөрәкте йылытып тора.
Гөлназ САЛАУАТОВА.
фото: яһалма зиһен