

Барыһы ла аптырауға ҡала: “Нисек инде бәләкәй генә йән эйәһе кескәй генә аяҡтары менән бейек тауға менә алды?!” Төшкәс, тәлмәрйендәрҙең береһе уның янына бара ла: “Ҡая үренә менеү серең менән уртаҡлаш әле”, - тип үтенә. Ә уның сере ябай ғына: тәлмәрйен һаңғырау була... Ул йәнлектәрҙең мыҫҡыллы һүҙҙәрен береһен дә ишетмәгән һәм барыр юлынан тайпылмаған.
Риүәйәттең хикмәте шунда: һинең үҙеңә булған ышанысыңды бөтөрөргә, юҡ итергә тырышҡан кешеләрҙе бер ҡасан да тыңлама! Улар һинең хыялыңды, шатлығыңды урлай!