Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Шулай ҙа була

Теге донъя бармы?

Шулай ҙа булаШулай ҙа була
Шулай ҙа була

Мин, оҙайлы хеҙмәт стажы булған табип булараҡ, шуны әйтә алам: реанимацияла күп йылдар эшләгән кешеләр «теге донъяның» барлығына тамсы ла шикләнмәй.Мин үҙем дә биш йыл дауамында ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә эшләнем. Нимәләр генә күрергә тура килмәне, әммә тап ошо осраҡ ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалды.Бер көндө беҙгә бик ауыр хәлдәге ҡатынды килтерҙеләр. Ул ҡот осҡос аварияға осрағайны, машиналарынан бер ни ҡалмаған ине. Хирургтар бер нисә тәүлек дауамында ҡатындың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн көрәште, уны бөртөкләп «йыйҙы» тиһәң дә була. Табиптар иҫ киткес эш башҡарҙы, әммә пациент комаға китте. Уны айырым боксҡа һалдылар. Ундағы ишектә кескәй генә күҙәтеү тәҙрәһе бар ине. Шул аша поста дежур иткән хеҙмәткәр, эскә инмәйенсә генә, сирленең хәлен ҡарап тора ала.Төн уртаһында коридор буйлап ошо бокс янынан үтеп барышлай, тәҙрә аша эскә күҙ һалдым да, ҡатып ҡалдым. Палатала, карауат янында, ике кеше тора ине — ир менән малай. Икеһе лә ябай кейемдә, халат та, бахила ла кеймәгәндәр...Мин шунда уҡ поста дежур иткән шәфҡәт туташына ташландым:— Һеҙ төн уртаһында боксҡа кемде индерҙегеҙ? — тип һораным.Ул миңә аптырап ҡараны:— Бер кемде лә. Реанимацияға кеше индереү ҡәтғи тыйылған бит, — тине.Мин ашығып палатаға кире елдерҙем. Ишектән инһәм — ҡатындан башҡа бер кем дә юҡ! Бокстан сығыу юлы берәү генә, нисек кенә булмаһын, улар минең яндан үтеп китә алмаҫ ине.Төнгө сменам тамамланды. Ә икенсе көндө дежурлыҡта ҡалған икенсе бер шәфҡәт туташы, ҡото осоп, әлеге ир менән малайҙы күреүен һөйләне. «Карауат янында һис өнһөҙ, пациентҡа ҡарап тик торҙолар», — тине ул.Һуңыраҡ бөтә нәмә асыҡланды: авария мәлендә ҡатын машинала яңғыҙы булмаған икән. Уның ире менән улы шунда уҡ һәләк булған. Ҡатын аңына килеп, һауыға башлағас, телефонын һорап алды ла ҡапыл үҙенең ғаилә фотоһын күрһәтте. Мин унда палатала күргән шул уҡ ир менән малайҙы таныным...

"Сәйер донъя"

"Яһалма зиһен" фото

Автор:
Читайте нас