Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Аҙналыҡ йондоҙнамә (29 июнь - 5 июль)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (29 июнь - 5 июль)Аҙналыҡ йондоҙнамә (29 июнь - 5 июль)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (29 июнь - 5 июль)

Ҡуҙы
Яңы эшлекле бәйләнеш булдырыу, уны нығытыу өсөн уңайлы мәл. Шәхси мөнәсәбәттә уңыш көтә. Ва­ҡытты кү­бе­рәк өй йә­ки баҡса эштәренә, ремонтҡа ба­ғыш­ла­ғыҙ.

Буға
Көтөлмәгән ваҡиғалар шәхси тормошоғоҙға дәрт өҫтәр. Яңы мөмкинлектәргә асылырға, тормош бүләктәрен ҡабул итергә ҡурҡмағыҙ.

Игеҙәктәр
Мөһим бурыстарға иғтибарлы булы­ғыҙ. Уларҙы уңышлы тамамлау бюджетығыҙҙа ыңғай сағылыш табасаҡ. Йондоҙҙар киләсәктә тормошоғоҙҙа мөһим роль уйнаясаҡ кеше менән осрашыу вәғәҙәләй.

Ҡыҫала
Һеҙҙе бик күп ҡиммәтле мәғлүмәт көтә. Аҙна һаулыҡты, физик әүҙемлекте нығытыу өсөн бик яҡшы. Осор күп өлкәлә уңыш вәғәҙә итә.

Арыҫлан
Күңел тыныслығын һаҡлағыҙ, шул саҡта һәр төрлө ҡаршылыҡ еңеп сығыр­лыҡ булыр. Байтаҡ башланғыста яҡты һыҙат башлана. Осор ҙур килешеү төҙөү өсөн уңайлы.

Ҡыҙ
Аҡса менән мәсьәлә булмаясаҡ, шуға күрә шәхси теләкте тормошҡа ашырырға мөмкин. Иғтибарлы булығыҙ, һирәк осрай тор­ған мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырма­ғыҙ.

Үлсәү
Тирә-йүндәгеләр алдында аб­руйығыҙ үҫә башлай. Был хеҙмәт буйын­са алға китеү өсөн бик яҡшы этәргес. Яҡындарығыҙ өсөн эш­ләнгән из­гелек һеҙгә икеләтә ҡайтасаҡ.

Саян
Барлыҡ һатып алыу, инвестиция һәм яңы проектҡа старт биреү яҡшы. Ғәҙәти бурысҡа яңы ҡараш һөҙөмтә килтерәсәк. Иң яҡшы юл күрһәтеүсегеҙ - һиҙемләү.

Уҡсы
Уңыш һәр эштә тиерлек юлдаш булыр. Ләкин тынысланмағыҙ, юғиһә әүҙем конкурент инициативаны үҙ ҡулына аласаҡ. Элекке проблеманы хәл итеү өсөн шәп осор.

Ылаҡ
Яҡшы кәйеф һөҙөмтәле эшләүҙең ни­геҙе булып торасаҡ. Ҡыйыу проектҡа инеүҙән ҡурҡмағыҙ. Эшләргә әҙер булыуығыҙ яҡшы килем килтерәсәк.

Һыуғояр
Үҙ - үҙегеҙҙе үҫтереүгә иғтибар бүлегеҙ. Китап уҡыуға сарыф ителгән ҡыҫҡа ваҡыттың да файҙаһы булыр.

Балыҡ
Күптәнге планды тормошҡа ашырыу, күсеү йәки сәйәхәт башлау өсөн бик шәп мәл. Туғандарығыҙ һәм дуҫтарығыҙ кәрәкле ярҙам күрһәтәсәк.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас