

Хужаһы йылмайып ҡына яуап биргән:
- Һин юл буйындағы сәскәләрҙе күрҙеңме? Улар һинән тамған һыу менән үҫә. Ә икенсе яҡта - ҡоро тупраҡ ҡына. Мин ул сәскәләрҙе махсус ултырттым, сөнки һинең ярылғаныңды белдем. Инде ике йыл буйы шул матур сәскәләр өйөмдө биҙәй, ҡатынымдың күңеленә шатлыҡ бирә. Бына шулай, ҡайһы саҡ кеше үҙенең күпме изгелек эшләгәнен, күпме файҙа килтергәнен үҙе лә аңламай. Шуға күрә бер ваҡытта ла үҙеңде кәмһетергә ярамай.
Был донъяла һәр кемдең үҙ урыны, үҙ бурысы бар. Бер кем дә ергә юҡҡа ғына тыумай. Үҙен башҡаларҙан өҫтөн ҡуйып йәшәгән кешеләрҙең һүҙенә иғтибар итмәҫкә кәрәк. Күңел төшкән мәлдәрҙә йылы һүҙ әйтерҙәй яҡындарың булыу -ҙур бәхет. Үҙебеҙ ҙә кәрәк саҡта бер-беребеҙгә терәк булып йәшәһәк, тормош күпкә еңелерәк булыр ине. Сөнки тормоштоң төрлө сағы була. Хоҙай һәр көндө именлек менән ҡаршыларға, иҫән-һау уянырға насип итһен .