

Ысынлап та, иртә һайын һәр кем үҙенә хәйерле ғүмер, һаулыҡ, байлыҡ һорап, Хаҡ тәғәләгә ялбаралыр. Ә бына нәфсенән, ҡомһоҙлоҡтан арала тигәнде бөтәбеҙ ҙә әйтәме икән?
Кешегә әйберен бирергә ҡыҙғанған, ҡулына эләккәнде ысҡындырмаҫҡа тырышҡан, үҙендә булһа ла, башҡаларҙыҡына иҫәп тотҡан кеше үҙенән үҙе биҙҙерә. Бәләкәй саҡта тыңлап, уҡып үҫкән әкиәттәрҙән, бөгөн ҡараған киноларҙан күренеүенсә, аҡсаға-байлыҡҡа ҡыҙыҡҡандарҙың тормошо бер ҙә көнләшерлек түгел.
Инглиз ғалимдары шундай тикшеренеү үткәргән. Оҙайлы йылдар улар ике төркөм кешеләрҙе күҙәткән. Уларҙың береһендә бүләк бирергә, икенсеһендә, киреһенсә, күберәк алырға яратҡандар булған. Был ҡыҙыҡлы тикшереү шуны асыҡлаған: тәүге төркөмдәгеләр үҙен бәхетлерәк, уңышлыраҡ тойған. Һаулығына һирәгерәк зарланған, оҙағыраҡ йәшәгән. Икенсеһендәгеләр эшенән, тормошонан, эргә-тирәһендәгеләрҙән бик һирәк ҡәнәғәтлек кисергән, сәләмәтлеккә лә туймаған.
Баҡтиһәң, яҡындарының күңелен күтәрергә, бүләк итергә, кәрәк икән йәнен фиҙа ҡылырға әҙер кешеләрҙә, ғашиҡ булған, яратҡан ваҡыттағы кеүек, ҡеүәтле көс барлыҡҡа килә икән. Тап ошо энергия ауырыуҙан һауығырға, үҙеңде бәхетле тойорға, уңышҡа өлгәшергә, ғүмерҙе оҙайтырға ярҙам итә. Уның нәҡ шулай икәнлеген элекке бер хеҙмәттәшемдең һөйләгәне лә иҫбатлай.
Ысынлап та, ул башҡаларҙан көр күңеллелеге, ваҡ-төйәктән өҫтөн булыуы, бер нәмәгә лә зарланмауы, киреһенсә, яуаплыраҡ, тырышыраҡ булыуы менән айырыла ине. Хәҙер ул ҡатын күптән хаҡлы ялда инде. Әммә бөгөн дә йәштәрсә дәрт менән донъя көтә. Яңыраҡ хәләл ефете менән ҡултыҡлашып китеп барғанында тап иттем уны.
...Ҡаршыма осраған яҡты йөҙлө инәйгә рәхмәт әйттем дә ары атланым. Үҙем эстән генә ул әйткән фәһемле һүҙҙәрҙе ҡабатланым:
Лена АБДРАХМАНОВА.