Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Ҡатын-ҡыҙ бына шундай ул!

Бына һиңә!

Был хәл күптән булған. Ҡыҙы әсәһенә бер егеткә ғашиҡ булыуы, ә тегенеһенең, уға иғтибар итмәүе тураһында белдерә һәм кәңәш һорай:

- Бер ҡурҡынысы ла юҡ,- ти әсәһе һәм ҡыҙына юлбарыҫ мыйығынан өс бөртөк йөн алып килергә ҡуша.

- Әсәй, мине бер йотасаҡ бит ул! - ти ғашиҡ ҡыҙ.

- Һин ҡатын-ҡыҙ, барыһын да белергә тейешһең, хәйлә уйла! Ҡыҙ уйға ҡала һәм кискеһен һарыҡ һуйып, ит киҫәген урманға алып китә. Шул саҡ  ит еҫенән ярһыған юлбарыҫ килеп сыға һәм ҡыҙға ташлана. Әлбиттә, ҡыҙ итте ташлап ауыл яғына ҡаса. Икенсе көндө тағы килә, һәм тағы ла юлбарыҫ уға ташлана. Был юлы ит ташлай, әммә ҡасмай, ә уның ашауын күҙәтеп тора. Өсөнсө һәм дүртенсе тапҡыр шулай ҡабатлана. Бишенсе көндә, уны ит менән күреп, юлбарыҫ шатланып ҡойроғон болғап, ҡаршы килә. Һәм ҡыҙ уны ҡулынан ашата башлай. Киләһе тапҡыр ҙа шулай була. Туғыҙынсы тапҡыр юлбарыҫ, һарыҡ ите киҫәген ашап, башын ҡыҙҙың тубығына һала. Хайуан туйып, тыныс ҡына йоҡлап китә, ә ҡыҙ уның мыйығынан өс сәс алып, әсәһенә алып ҡайта.

- Бына, - ти ул, ғорур йылмайып, килтерҙем! Шул саҡ әсәһе:

- Һин юлбарыҫ кеүек йыртҡыс йәнлекте буйһондорҙоң. Хәҙер егетең янына бар, уны йә хәйлә, йә һөйөү, йә сабырлыҡ менән үҙеңә ҡарат, - ти.

Ҡатын-ҡыҙ бына шундай ул!
Ҡатын-ҡыҙ бына шундай ул!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас