Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Көлөп алайыҡ әле

Көлөп алайыҡ әлеКөлөп алайыҡ әле
Көлөп алайыҡ әле

- Һиңә нисә йәш әле?

- Ун туғыҙ.

- Үәт әй! Һинең йәштә миңә әллә ҡасан егерме дүрт ине бит инде.

******

- Бөгөнгө йәштәр бигерәк аңлайышһыҙ кейенә.

- Нишләп улай тиһең?

- Анау торған егеткә ҡара.

- Ниндәй егет булһын? Ул бит минең ҡыҙым.

*******

- Иҫеңдәме, әхирәт, йәш саҡта беҙ бик сибәр инек.

- Эйе шул.

- Ә хәҙер икебеҙ ҙә ҡартайып, йәмһеҙләнеп киттек. Бигерәк тә һин...

********

 

- Бөгөнгө йәштәр ғаилә ҡороуҙан ҡурҡа.

- Дөрөҫ эшләй!

- Ниңә?

- Өйләнгәнгә тиклем мин ҡурҡыуҙың ни икәнен дә белмәй инем.

*******

- Үәт хәҙерге йәштәр тәртипһеҙ! 16 йәшлек ҡыҙымды әйтәм, ҡайҙа йөрөй торғандыр. Бөгөн әсәһен 30 йәше менән ҡотларға ла онотто!

Автор:
Читайте нас