Уйлана белгәндәргә уй

Тәхетендә ултырған Сөләймәнде (пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм) ел һауала бейек-бейеккә күтәрә. Күңелендә маһайыу хисе менән ул үҙенең биләмәләренә, ҡул аҫтындағы ерҙәргә, өңдәргә, кешеләргә күҙ һала. Уларҙың күндәмлегенә, ҡулында булған көсөнә һоҡланып торғанда, тәхете һелкенеп, түңкәрелеп китә яҙа. «Турараҡ тор!» – тип бойора Сөләймән. Шул саҡ тәхете телгә килә лә: «Мин турайғансы тәүҙә үҙең ғәҙел һәм тоғро була бел!» – ти. Һәм Аллаһтың: «Үҙҙәрендә булған кәкрелекте үҙҙәре турайтмай тороп, халыҡтар хәлен Аллаһ үҙгәртмәҫ», – тигән һүҙҙәрен килтерә.

Уйлана белгәндәргә уйУйлана белгәндәргә уй
Уйлана белгәндәргә уй


Тағы береһе. Бер ваҡыт изгеләрҙән берәү баҙарға бара. Һатып алырға тейешле әйберҙәрен дә, уларға түләргә етерлек аҡсаһын да алдан иҫәпләп ала. Әммә аҡсаһы етмәй һәм бәндә илап ебәрә. Тәү ҡарашҡа юҡ ҡына нәмә өсөн күҙ йәше түккән әүлиәгә хайран ҡалып, халыҡ уны йыуата башлай. Бер аҙ тынысланғас ҡына изге әҙәм үҙенең хәлен аңлатып бирә: «Донъя малы хаҡына илап тора, тип уйлай күрмәгеҙ. Илауымдың сәбәбе башҡа. Самалап алып килгән аҡсам бына баҙарҙа ла етмәй ҡалды, ә һуң ҡиәмәт көнөнә тип әҙерләп йөрөгәндәрем ҡотолоп ҡалыу өсөн етерме икән, тип илайым».

Ата-әсә хаҡы

Ата-әсә хаҡы бик ҙур. Уны тейешенсә үтәмәү, ата-әсәйеңдең күңелен ҡалдырыу – бик ҡурҡыныс эш.
Аллаһы Тәғәлә Ҡөрьәндә былай ти: «Ата-әсәгеҙгә изгелек ҡылығыҙ. Әгәр улар һеҙҙең алдығыҙҙа ҡартлыҡҡа ирешһә, һин «уф» тип әйтмә. Улар һин яратмаған эште эшләй икән, ҡатылыҡ менән бәрелмә, бәлки, бик йомшаҡ һүҙ менән генә ул эштең килешмәгәнен әйт. Һәм дә ата-әсәңә түбәнселек менән буйһоноп, һәр ваҡыт рәхмәт ҡылып тор».
Ата-әсәйең яҡшы кешеләр булһа ла, яман кешеләр булһа ла, уларҙы ысын күңелдән һөй. Шулай тип өйрәтә дин. Уларҙың күҙенән юғалып, билдәһеҙ ерҙәрҙә оҙаҡ йөрөмә. Айырым торһаң, һәр көндө барып хәлдәрен бел, шылтырат, йомоштарын үтә, йыш-йыш йортоңа килтереп ҡунаҡ ит. Ата-әсәйең йөрөй алмаҫлыҡ хәлгә килһә лә, һис бер ауырһынма. Уларҙы балаларыңдың ҡаты һүҙ әйтеүенән һаҡла, яндарында тәкәбберләнеп йөрөмә. Хатта ата-әсәң һине яратмаһа ла, үҙең ҡараңғы сырай күрһәтмә. Үлһәләр, һәр саҡ уларға доға ҡылып тор. Бына шулай тәрбиә итһәң генә уларҙың хаҡын еренә еткереп үтәгән булырһың. Ата-әсә хаҡын үтәмәү, үрҙә әйтелгәнсә, ысынлап та, бик хәүефле. Хоҙай һаҡлаһын, улар донъялыҡтан үткәндә һиңә күңелдәре рәнйеп китһә, ғүмерең буйы ҡылған ғибәҙәттәрең, яҡшылыҡтарың елгә осоп бөтөр.

Әхмәт Фазылдың «Әхкәм Ислам» («Ислам ҡанундары») китабынан.

Автор:
Читайте нас