Көнгәк
+18 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Аҙналыҡ йондоҙнамә (6 - 12 июль)

   

Аҙналыҡ йондоҙнамә (6 - 12 июль)Аҙналыҡ йондоҙнамә (6 - 12 июль)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (6 - 12 июль)

Ҡуҙы
Астрологтар ыңғай үҙгәреш вәғәҙә итә - яҙмыш һеҙҙе ныҡлыҡҡа тикшереүҙән туҡтай, ауыр осор артта ҡала. Туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға күберәк ва­ҡыт бүлегеҙ.

Буға
Уңышлы аҙна, яңы һөнәри өлкәгә күсеү йәки социаль статусты күтәреү күҙаллана. Эске тауышҡа ышанығыҙ. Һиҙемләүегеҙ буталсыҡ хәл­дән сығырға яр­ҙам итәсәк.

Игеҙәктәр
Сығымдың артыуы ихтимал, ләкин ул аҡсалата бүләк менән уңышлы ҡапланасаҡ. Һөҙөмтәлә бюджетығыҙ зыян күрмәйәсәк. Үҙегеҙгә ваҡыт бүлегеҙ, саф һауала йышыраҡ йөрөгөҙ йәки спорт менән шөғөлләнегеҙ.

Ҡыҫала
Яңы ҡыҙыҡлы осрашыу булыуы ихтимал, рәс­­ми аралашыу ныҡлы дуҫлыҡҡа әүе­ре­лер. Һеҙ­гә аҡса отошо йәки ҡим­мәтле бүләк рә­үе­шендә уңыш йыл­ма­йырға мөмкин.

Арыҫлан
Дуҫтар менән аралашыу һәм ижади эҙләнеү уңышлы үтә. Осор иҫке яңылышлыҡты төҙәтеү өсөн яҡшы мөмкинлек бирә. Йондоҙҙар үҙ өҫ­төндә эшләүҙе хуплай.

Ҡыҙ
Ҡыҙҙар ниндәйҙер проектты уңышлы тамамлау йәки көтөлмәгән премия арҡаһында матди хәлен яҡшырта аласаҡ. Һиҙемләүегеҙ мөһим мәсьәләне хәл итеүҙә дөрөҫ юл табыр­ға яр­ҙам итәсәк.

Үлсәү
Һөнәри өлкәлә әүҙемлегегеҙ арҡа­һын­да уңышҡа өлгәшә­сәк­һегеҙ. Тырышлыҡ яҡ­шы һө­ҙөм­тә килтерәсәк һәм элекке етеш­һеҙ­лекте бө­төрөргә ярҙам итәсәк. Ҡы­ҙыҡлы эш­лекле тәҡдим булыуы ла ихтимал.

Саян
Иң мөһиме - өҫтөнлөктө аныҡ билдәләү. Дө­рөҫ маҡсат һайлау уңышығыҙҙың нигеҙе булыр. Көсөгөҙҙө спорт менән шөғөлләнер өсөн ҡулланығыҙ.

Уҡсы
Аҙна тыныслыҡ кил­те­рер. Яңғыҙҙар өсөн йон­доҙҙар икенсе яртыһы менән осрашыу мөм­кинлеген әҙерләй. Белем алыу йә­ки ҡат­марлы тех­ник мәсьәләне өйрәнеү өсөн шәп осор.

Ылаҡ
Бәхетегеҙ һеҙҙән тора. Ағымдағы эш­тә сит ярҙамға иҫәп тоторға ярамай. Ки­лем, бү­ләк һәм эшлекле тәҡдим булыуы ихтимал.

Һыуғояр
Күңел торошона иғтибар һәм үҙ-үҙеңде ҡайғыртыр өсөн ваҡыт бүлеү мөһим. Алыҫ туғандарығыҙ йәки таныштарығыҙ килеүе мөмкин.

Балыҡ
Иң ҡыйыу хыялығыҙ тормошҡа ашыуы мөмкинлеге бар. Иң мөһиме - бирелгән мөмкинлекте ваҡытында билдәләү һәм файҙаланыу.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас