Хикмәтле хикәйәт

Бер саҡ ҡатыны һәм ҡыҙы менән йәшәгән урмансының өйө ишеген шаҡыйҙар. Асһалар, ишек төбөндә биттәре селтәр менән ҡапланған өс ҡатын-ҡыҙ торғанын күрәләр.

Хикмәтле хикәйәтХикмәтле хикәйәт
Хикмәтле хикәйәт

"Беҙ Уңыш, Байлыҡ һәм Мөхәббәт булабыҙ. Һеҙ беҙҙең беребеҙҙе генә өйөгөҙгә индерә алаһығыҙмы?", - тип мөрәжәғәт иткәндәр.

Урмансының ҡатыны иренә һәм ҡыҙына ҡарап:"Мин Уңышты индерер инем, ул беҙгә эшебеҙҙе көйләргә ярҙам итер ине", - ти. "Юҡ,- ти урмансы,- беҙ шул тиклем ауыр йәшәйбеҙ, әйҙәгеҙ, Байлыҡты индерәйек".

"Зинһар өсөн Мөхәббәтте индерәйек, мин күптән инде уның менән танышырға теләйем", - тип үтенә ҡыҙҙары.

Әсә менән атай кәңәшләшәләр ҙә, ҡыҙҙарының теләген үтәргә, өйгә Мөхәббәтте индерергә ҡарар итәләр. Мөхәббәт өйгә инә. Артынса уның артынан ҡулға-ҡул тотоношоп, Уңыш менән Байлыҡ та килеп инә.

Риүәйәттең нимәгә ишаралағанын аңлағанһығыҙҙыр. Ғаиләлә мөхәббәт булһа, бөтә яҡшылыҡтар һеҙҙең менән бергә була. Уңыш та, байлыҡ та, татыулыҡ та.

Автор:
Читайте нас