Ен күрҙем

Байтаҡ йыл элек үҙе менән булған был хәлде оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ йәшәгән апай һөйләне.

Ен күрҙемЕн күрҙем
Ен күрҙем

Байтаҡ йыл элек үҙе менән булған был хәлде оҙаҡ ваҡыт яңғыҙ йәшәгән апай һөйләне. Уның һөйләгәнен тыңлағанда, тән зымбырлап китеп, ҡурҡтығыҙмы, тип нисә тапҡыр һорағанмындыр. Ул иһә иҫе китмәй генә: «Ҡурҡҡанымды белмәйем, ә бына ен балаһының исемен хәтерҙә ҡалдырҙым» тип көлдө.

- Төндә йоҡлап ятһам, карауатым ситенә оҙон күлдәк кейгән, ап-аҡ сәсле ҡатын килеп ултырып, йөн иләй башланы. Йөҙө күренмәй, миңә арты менән ултыра, орсоғоноң зың-зың әйләнгән тауышын ғына ишетеп ятам. Һин кем тип һорарға уйлаһам, ауыҙымды асып һүҙ әйтә алмайым. Төш күрәмдер, тиһәм, юҡ, уяумын, өйөмдәге бөтә әйберҙе күрәм. Бар-тирә яҡты байҡап ятам. Үҙемдең тәнем ҡыйралып барғандай, әйтерһең, өҫтөмә ҙур таш һалып баҫтырып ҡуйылғанмын. Тәҙрәнән өй эсенә ай яҡтыһы төшә. Теге ҡатын ап-аҡ һарыҡ йөнөн һуҙып ебәреп, орсоғон зыр әйләндереп йөн иләүен белә. Ҡапҡамды бикләп, ишегемде элеп инеп ятҡайным бит, бикле ишектән кем инһен, ауылда бындай ҡатын-ҡыҙ ҙа юҡ, ауылдаштарҙың барыһын да беләм, тип уйлап ятам. Үҙем тегенең арҡаһына төртәм тиһәм, ҡулым ҡыбырламай. Йөҙө менән боролһа, исмаһам, үҙен күрер инем, йәнәһе.

Шулай күпме ятҡанмындыр, бер ваҡыт шығырлап өй ишеге асылып китте лә, һигеҙ-ун йәштәр самаһындағы бер бала килеп инде. Әйҙә ҡайт, Сутранаң илай, ти теге ҡыҙ. Уның шулай тиеүе булды, аяҡ осомда ултырған ҡатын, яйлап ҡына тороп, ишеккә табан атланы. Оҙон күлдәк итәге артынан әллә күпме һөйрәлеп барҙы әле. Яурынын ҡаплап төшкән ап-аҡ сәсе күҙҙе сағылдырып, ай яҡтыһында йылҡылдап китте. Ишек ябылғас, байтаҡ ҡыбырҙай ҙа алмай таң атыуын көтөп яттым. Тәнем ҡамырға әйләнгәйне: аяҡ-ҡул тыңламай, башты бороп булмай.

Белгән доғаларымды уҡып, көс-хәл менән урынымдан тороп китә алдым. Соланға сығып, тышҡы ишекте ҡараһам, уныһы бикле, ҡапҡа биге лә мин элгәнсә тора.

Күршемә инеп, төндәге сәйер хәлде һөйләп бирҙем. Ул, әлбиттә, бик ныҡ ҡурҡты. Яңғыҙ йәшәгәс, ен эйәләй башлаған, мендәр аҫтыңа бысаҡ, ҡайсы булһа ла һалып йоҡла, улай ғына ла түгел, тиҙерәк кейәүгә сығырға кәрәк, тип миңә ир эҙләй башланы. Бөгөн булһа миңә кейәү димләү менән мәшғүл.

Бына үҙем менән шундай сәйер хәл төштә түгел, өндә булды. Ендәр балаһына Сутрана исеме ҡуша икән, ул, моғайын, ҡыҙ исемелер, тип уйлап йөрөйөм.

Апай һүҙен: «Ышанһағыҙ, ышанығыҙ, ышанмаһағыҙ, юҡ был хәлгә. Тик ул алда әйтеүемсә, төштә түгел өндә, үҙ өйөмдә, минең менән булды» тип тамамланы.

 

Автор:
Читайте нас