"Мине кемдер этте бит!"

Бер төркөм турист экскурсия менән крокодил фермаһына бара.

"Мине кемдер этте бит!""Мине кемдер этте бит!"
"Мине кемдер этте бит!"

Бер төркөм турист экскурсия менән крокодил фермаһына бара. Ферма хужаһы ҡунаҡтарын үҙ биләмәһе менән таныштырып бөткәс, ҡыйыу тәҡдим менән сығыш яһай.

«Кем ошо һыуға һикерергә, ярға барып етергә һәм иҫән ҡалырға баҙнат итә, шул кешегә бер һүҙһеҙ бер миллион доллар аҡса бирәсәкмен», тип төркөмдәгеләргә мөрәжәғәт итә.

Берәү ҙә уның тәҡдимен ҡабул итергә ашыҡмай. Кем үҙ ғүмерен бер миллион долларға алмаштырһын инде? Мыжғып торған крокодил араһына аҡылы булған кеше нисек һикерһен?

Тик шул саҡ ҡапыл бер кеше һыуға ташлана һәм ярға табан йөҙөп китә, крокодилдар иһә уның артынан ҡыуа төшә.

Был күренештән күпмелер ваҡыт хатта тын алырға ҡурҡып торған юлдаштарҙың ирҙең ҡаршы ярға иҫән-имен барып етеүенә иҫе китә.

Шул саҡ хужа: «Беҙҙә ҡыйыу еңеүсе бар!» тип иғлан итә.

Вәғәҙә ителгән аҡсаны алып, пар ҡунаҡханаға ҡайта. Ҡунаҡхана менеджеры килеп: «Һеҙ иҫ китмәле ҡыйыу кеше икән! Ҡотлайым!» тип ирҙең ҡулын ҡыҫа. Тик ул: «Мин үҙем һикермәнем бит, артымдан кемдер этеп ебәрҙе!» тип яуап ҡайтара. Был һүҙгә янындағы ҡатыны йылмайып ҡына ҡуя...

Ҡурҡыныс был тарихтың мәғәнәһе шунда икән: һәр уңышлы ир-егет артында кәрәк саҡта уны «этеп» ебәрә белгән ҡатын-ҡыҙ тора, имеш...

Автор:
Читайте нас