

Эш аҙағы. Водитель дә көнө буйы бер туҡтауһыҙ руль артында ултырып бик арыған күрәһең, яуапһыҙ ҡалманы:
- Урам тулы такси, ниңә йәмәғәт транспортында йөрөйһөгөҙ һуң? Төшөгөҙ ҙә саҡыртығыҙ!- тине.
- Нимә эшләргә кәрәклекте үҙем беләм! Күптән “маршрутка”ға ултырғаным юҡ ине, тағы шул хәтлем ултырмаҫлыҡ булдым инде, - ҡатын да һүҙен биргеһе килмәй.
Төрлө яҡтан тыйыуға ҡарамаҫтан, ишек ябылып, ҡуҙғалып киткәс тә, бәхәс дауам итте. Сыҡҡан ваҡытта ҡатын ишекте тәүгеһенә ҡарағанда ла нығыраҡ шартлатып япты. Үҙенән һәм водителдән тыш, салонда тағы унлап кеше барлығын уйлап та бирмәне. Шулай итеп, үҙенсә үсен алды инде.
Автобус йөрөтөүсе лә өндәшмәй ҡалыусыларҙан булып сыҡманы, ауыҙы эсенән нимәлер мығырҙаны ла, әсе телле пассажирҙың асыуын башҡаларға ла төшөрөргә теләгәндәй, соҡор-саҡырҙы урап үтмәй, алға елдерҙе.
Ошоноң кеүек тупаҫлыҡты, тәрбиәһеҙлекте бөгөн һәр ҡайҙа осратырға мөмкин. Поликлиникала врачҡа сират торғанда ла, магазинда ла, урамда ла.
Яңыраҡ автобустан төшкән ваҡытта тағы бер күңелһеҙ хәл булды. Оло йәштәрҙәге ир бер ҡатындың аяғына баҫҡайны, тегенеһе, “һыйыр”ҙан һалдырып, сарбайлап ҡысҡырып ебәрҙе. Ир кешенең дә нервылары ҡаҡшаған булып сыҡты - яңылыш баҫыуы өсөн ғәфү үтенеү урынға, гүзәл затҡа үгеҙ кеүек тарбайып баҫырға түгел, ә боттарын йыйыбыраҡ йөрөргә кәңәш бирҙе. Элегерәк тә автобуста аяҡҡа баҫыу, тапап үтеү була торғайны, әммә бындай әрләшеү, бит йыртыуҙы осратҡаным булманы. Аяҡҡа баҫып, осрашыуға саҡыраһыңмы әллә, тип шаяртыу менән генә сикләнәләр ине. Бер-береһен кәмһетеү, мыҫҡыл итеү һүҙҙәре туҡталышта ла яңғыраны әле.
Ярһып ҡайтып, асыуҙарын ғаиләһенә лә төшөрмәгәндер тип кем әйтһен инде.
Хаҡлы ялдағы бер танышым менән һөйләшеү ҙә минең уйымды раҫланы.
Танышым бик тә дөрөҫ әйтә: ни эшләп кешеләр бер-береһенә, хатта бөтөнләй таныш түгел кешегә лә ҡаты бәрелә, рәнйетә, кәмһетә? Күптәр был һорауға: “Ул насар кеше, шуға бөтәһен дә әрләй, тәнҡитләй, асыулана”, - тип яуап бирер. Тик асыулы кешеләрҙең бөтәһе лә насар икән тип уйларға ярамай. Бәлки, үрҙә атап кителгәндәр үҙҙәренең тормошо менән ҡәнәғәт түгелдер. Ә бәлки, яңы ғына юғалтыу кисергәндер йәки өмөтө өҙөлгәндер, кемгәлер йәки нимәгәлер ышанысы юғалғандыр. Балаларыма бөгөн нимә бешерәйем икән тип, аптырап ҡайтып баралыр йәки фатирға, кредитҡа түләргә ҡайҙан аҡса алырға белмәй асыуы килгән ваҡыттыр. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү, яратҡан, аңлаған кеше булмау ҙа кешене ярһыта. Шуға күрә тупаҫлыҡ ҡорбаны булмаҫ өсөн, иң беренсе, ваҡытында үҙебеҙҙең телде тыйыу мотлаҡ.
Бәндә булып тыуыу ғына етмәй әле беҙгә. Һәр әҙәм балаһы үҙенең кеше икәнлеген яҡшы холҡо, әҙәплелеге, тәртибе, ҡылығы менән иҫбатларға тейеш. Шуны онотмайыҡ!
Лена Абдрахманова.