Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX

Балағыҙға һуҡмағыҙ

Бала тәрбиәләү мәсьәләһе ниндәй генә заманды алма һәр ваҡыт бик киҫкен һәм актуаль булған. Йәш быуын аҡыллы, тәрбиәле, изгелекле булып үҫһен өсөн бөйөк ғалимдар, яҙыусылар, аҡыл эйәләре, педагогтар баш ватҡан. Тәрбиәгә, атай-әсәй һәм бала мөнәсәбәтенә ҡағылышлы афоризмдар, цитаталар, мәҡәл-әйтемдәрҙең күп булыуы ла шуны иҫбатлай.

Балағыҙға һуҡмағыҙБалағыҙға һуҡмағыҙ
Балағыҙға һуҡмағыҙ

Атай-әсәйегеҙ алдында бик әҙәпле булығыҙ, уларҙың һүҙен тотоғоҙ, өйрәткәндәрен тыңлағыҙ, ҡысҡырмай, әҙәпле, асыҡ һөйләшегеҙ. Улар аяғөҫтө торған ваҡытта һеҙ ҙә ултырмағыҙ!

(Р. Фәхретдинов).

 

Атай-әсәһен һөймәгән ҡыҙ яман,

Ҡан-ҡәрҙәшен һөймәгән ул яман.

 

Башһыҙ өйҙә ата тороп, ул һөйләр, инә тороп, ҡыҙ һөйләр.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

 

Бала - атай-әсәйҙең әхлаҡи көҙгөһө.

(В.Сухомлинский).

Балағыҙ һеҙҙе хөрмәт итеүен теләһәгеҙ, иң беренсе үҙегеҙ уға ихтирам күрһәтегеҙ.

(Д.Дрешер).

 

Йыш ҡына атай-әсәй балаһының тормошона ҡыҫыла, ә бик һирәк кенә ҡыҙыҡһына.

(Е.Аркин).

 

Беҙгә балалар ваҡытлыса ғына бирелә. Уларҙы яратыу, киләсәктә яҡшы кеше булһын өсөн кешелек ҡиммәттәре тураһында аңлатыу, күркәм тәрбиә биреү өсөн генә. Ошо бурыстарҙы нисек үтәүебеҙ тураһында Аллаһу тәғәлә алдында яуап бирергә тура киләсәк.

(Д.Добсон).

 

Балағыҙҙы һүҙ менән түгел, үҙегеҙҙең миҫалда тәрбиәләгеҙ. (Сенека).

 

Балағыҙҙан кумир яһамағыҙ, тора-бара ҡорбан көҫәй башлар. (П.Буаст).

Балаға һуғыу, уны туҡмау - наркотик менән бер, кеше ағыуға өйрәнгән кеүек, бала ла туҡмалыуға өйрәнә, артабан “доза”ны арттырыуҙы һораясаҡ.

(Бичер-Стоу)

 

 

Автор:
Читайте нас