Ваҡыт үткән һайын...

Йәйгеһен тыуған ауылығыҙға ҡайттығыҙмы?

Ваҡыт үткән һайын...Ваҡыт үткән һайын...
Ваҡыт үткән һайын...

Хыял ҡошом тағы әйҙәп китте
Алыҫ бала сағым иленә.
Атай-әсәй бесән саба кеүек,
Ҡалаҡтауҙың арғы битендә.
Ишетелә, ана, атайымдың
"Вәғәҙә"не моңло һуҙыуы.
Әйтә кеүек әсәй һуҡранғандай:
"Эй, ғүмеркәйҙәрҙең уҙыуы..."
Их, бала саҡ иле, онотолмаҫ
Хәтирәләр һалдың күңелгә.
Атайымдың моңо ейәнендә,
Әсәй төҫө керҙе беҙгә лә.
Әсәм холҡон, атам һыҙаттарын
Йылдар үткән һайын һағынам.
Ата - әсәй хаҡы иң олоһо -
Йәшәй - йәшәй нығыраҡ инанам.

 

(Әлфиә Абдрафиҡова)

Автор:
Читайте нас