Ирем пенсияла булһа ла аҙнаһына өс тапҡыр заводҡа һаҡсы булып сыға. Балалар ситтә уҡый, иш янына ҡуш булһын тип йөрөүе инде.
Яңыраҡ ҡапыл ҡан баҫымы күтәрелеп ауырып китте. Яҡындарым сирләй башлаһа миндә ҡурҡыу башлана, шунлыҡтан алдан миңә әйтмәй йөрөгән икән. Хәле еңеләйерҙәй түгел, температураһы күтәрелде. Төнгө 12-нән һуң мине ҡурҡытып һаташа, баҫлыға башланы.
Ҡатын -ҡыҙға күп кәрәкме, башҡа яҡшы уй килмәй - уның артабан нимә һөйләп ялтыр күлдәкле һөйәркәһенең исемен ишетер өсөн яҡыныраҡ эйеләм. “Оятһыҙ, тип әсенәм, әле генә иларҙай булып йәлләгән иремде, тимәк, белгертмәй генә, хыянат итеп йөрөгән...”. Шунда уҡ телефонын алып кемдәргә шылтыратҡанын тикшерә башланым. Былай шикләнерлек нимә тапманым, мин белгән кешеләр, балалар менән генә һөйләшкән.
Түшәктә йомарланып ятҡан йәрем һаман хәлһеҙ тауыш менән шыбырлауға күсте: “Әәә, телефондан доға ҡуйғанды көтәһеңме, хәҙер күрһәтәм мин һиңә, иманһыҙ. Ҡайһылай бейеп машаша, йүнһеҙ!”. Һаташҡанын аңланым, телефонды һаҡ ҡына янына һалдым. Ышанаһығыҙмы, юҡмы, ярым уяу, ярым йоҡоло ирем, телефонында “Аятел көрси” не ҡуйҙы һәм тынысланып йоҡлап китте.
Күңелде тынысландырып ҡара – күҙен асыу менән ялтыр күлдәкле ҡатын тураһында һораштым. Баҡтиһәң, ике йыл дауамында эшләгән урынында тыныс түгел икән, төн етһә, ялтыр күлдәкле йәш кенә ҡатын таңға тиклем яфалай ти үҙен. “Аятел көрси” доғаһын ҡуйғандан һуң ғына юҡҡа сыға икән. Йөҙөн күрһәтмәй, аяҡтары урынына мал тояғы һымаҡ нәмә бар. Төнгө 12 етһә, үлтереп йоҡо баҫа, баҫлыҡтыра”,- тине.
Иртәгәһенә үк мәсеткә барып хәйер бирҙек, Ҡөръән уҡыттыҡ. Башҡаса ул эшенә барманы, бәләһенән баш-аяҡ. Бына шулай, ҡатын-ҡыҙға ғына түгел, ирҙәргә лә ен эйәләй икән.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.