Тормош юлдары ҡатмарлы

Кешеләрҙе яҙмыш йөрөтә, ти Рәмзиә апай. Был ысынлап та шулаймы? Мәҡәләлә балалары өсөн йәнен бирергә әҙер ҡатын тураһында бәйән ителә.  

Тормош юлдары ҡатмарлыТормош юлдары ҡатмарлы
Тормош юлдары ҡатмарлы

Кешеләрҙе яҙмыш йөрөтә

Сәйәхәт ҡылғандар менән аралашырға яратам.  Бөгөнгө мәҡәләбеҙ геройы сит илде күреү  маҡсаты менән түгел, аҡса эшләү, балаларына ярҙам итеү теләге менән юллана.

Рәмзиә Яҡупова Мәләүезгә илдә үҙгәртеп ҡороуҙан һуң ауыр осорҙа, 90-сы йылдар уртаһында күсеп килә. Ике бала менән  тормош һынауы алдында тороп ҡалған ҡатын ҡалала бер юлы бер нисә ойошмаға эшкә урынлаша, шәл бәйләп һата, сөгөлдөр утай. Әммә иң ауыры алда була – армиянан ҡайтып холоҡ төҙәтеү колонияһында эшләп йөрөгән улы йәрәхәтләнеп, умыртҡа һөйәгенә ашығыс операция талап ителә. Бының өсөн, әлбиттә, аҡса кәрәк була.

Сая ҡатын балаларының киләсәген хәстәрләп, алыҫ Италияға сығып китергә ҡарар итә. Документ әҙерләп, виза эшләгәс, океан артындағы илгә юллана. Итальян телен алдан икмәк-тоҙлоҡ өйрәнә, әммә бер һүҙ әллә күпме мәғәнәгә эйә телмәрҙе ҡыҫҡа ваҡытта  үҙ аллы өйрәнеп буламы ни? Әммә төрлө ҡаршылыҡты еңеп, маҡсатынан кире сигенмәй, таныш түгел илгә барыу теләгенән кире сигенмәй.  Бер нисә сәғәт төрлө ҡитғалар аша осҡан самолет  уны Сардения утрауына илтә. 

Артта - Тыуған ил, балалары, яҡындары, алда - билдәһеҙлек. Ошо илдә эшләп ҡайтҡан таныш ҡатындан яҙып алған адрес буйынса бер ғаиләгә эшкә урынлаша. Итальяндарҙың етеш, еңел  йәшәүе хайран итә. 2007 йылдарҙа Рәсәйҙә саҡ һатыу нөктәләренә сығарыласаҡ кер йыуыу машиналарын, микротулҡынлы мейестәрҙе бында башлап күрә. Көләс йөҙлө, тыныс холоҡло ҡатынды итальян ғаиләһе йылы ҡабул итә. Беренсе айҙа күберәге ым менән аңлашһалар, яйлап аралашыу яйға һалына. Рәмзиә апай тәрбиәһендәге 90-ды ҡыуған пенсионерҙарҙың балалары ошо уҡ ҡалала йәшәй, әммә ата-әсәһе янына байрамдарҙа алдан хәбәр итеп кенә киләләр, беҙҙәге һымаҡ көнөнә бер нисә тапҡыр инеп хәл белешеү юҡ.

  • Аралашырға яратһалар ҙа был илдә бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөү таралмаған. Тыуған көн йәки тантаналы сара айҡанлы саҡырылған осраҡта хужалар аш бүлмәһендә өҫтәл әҙерләп йонсомай. Спагетти менән ит һәм йәшел тәмләткес, пицца – төп аҙыҡ. Диңгеҙ буйында йәшәгәс, менюла балыҡ ризыҡтары күп. Беҙҙәге һымаҡ табын артына ултырыу ҡаралмаған, һәр кем үҙенә кәрәк ризыҡты алып теләгән урынға урынлаша һәм ҡысҡырып аралаша. Беҙҙәге һымаҡ сәй эсеү бөтөнләй юҡ, барған ыңғайы климат алмаштырыуҙан, сәй эсә алмағандан  яфаландым. Нимәһе ҡыҙыҡ - төшкөһөн оҙаҡ ҡына йоҡлап алалар.

Оло йәштә булыуҙарына ҡарамай әүҙем тормош алып баралар: ил буйлап сәйәхәт, киске клубта күңел асыу - улар өсөн ғәҙәти хәл. Иң аптыратҡаны шул- 90 йәшен тултырғандар автомобиль менән иркен идара итә. Юл торошо яҡшы, водителдәр бер-береһен ихтирам итә. Пенсиялары күп, етеш йәшәйҙәр, беҙҙәге инәйҙәр һымаҡ тыйнаҡ, ыҡсым кейенмәйҙәр. Ир-егет ғаилә ҡорорға ашығып бармай, ҡатын-ҡыҙҙа бала табам, ир тәрбиәләйем тигән принцип юҡ.  Көнкүреш техникаһы ватылһа ремонтҡа алып бармайҙар, шунда уҡ сүплеккә сығаралар һәм яңыны һатып алалар. Хатта микротулҡынлы мейес бысранһа ла, таҙартып, йыуып артабан ҡулланыу ҡаралмаған. Яҡындары вафат булһа һуңғы юлға байрам һымаҡ ҡул сабып, йырлап оҙаталар һәм... йорттағы бөтә техника, йыһаз, кейемде ташлайҙар, -тип әңгәмәсем.

Рәмзиә апай әйтеүенсә, һәр ғаиләнең үҙ врачы бар, уны тәүлектең теләгән мәлендә саҡыртырға була, имеш. Итальяндарҙың йәшәйеше аралашыуға ҡоролған – яҡташыбыҙ көн  оҙоно хужалар янында улар һөйләгәнде тыңлап, баш ҡағып ултырырға тейеш булһа ла, эш хаҡын күп түләгәндәр. Ике йылда ҡалала фатир һатып алырлыҡ аҡса туплап, балаларына туй эшләгән,  уларҙы торлаҡлы, автомобилле иткән.

Тормош ауырлыҡтарына баш бирмәҫ Рәмзиә апай ижади кеше. Күңелендәге хис-тойғоларҙы  шиғыр юлдарына һала, өҙҙөрөп йырлай, ойоштороу, лидерлыҡ көсөнә  эйә.

Италиянан ҡайтҡас, төрлө урынға сәйәхәтен дауам иткән, хатта Эльбрус тауы үренә Башҡортостан флагын алып менгән. Бөгөн мохтажлыҡ кисермәһә лә бер нисә урында эшләй. Кеше менән аралашырға ярата. Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, Ватанымды һағынып ҡайтам, - ти ул.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Тормош юлдары ҡатмарлы
Тормош юлдары ҡатмарлы
Тормош юлдары ҡатмарлы
Тормош юлдары ҡатмарлы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас