Бәхетлеләр күберәк булһын

Автобус туҡталышында ике таныш ҡатын осрашты. Күрәһең, күптән күрешмәгәндәр - һәр береһе яңылығы менән бүлешергә ашыҡты. Берәүһе быйыл ғына хаҡлы ялға сыҡҡан, икенсеһе күптән түгел ҡыҙын кейәүгә биргән. - Ҡыҙым бик яҡшы ергә төштө. Ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар уны алтынға күмде, кейәү мәһәргә берҙән-беремдең муйынына бармаҡ ҡалынлыҡ сылбыр элде. Туй Өфөнөң иң затлы ресторандарының береһендә үтте, республиканың билдәле артистары алып барҙы, байрам унда ҡатнашҡандарҙы шаҡ ҡатырҙы... - никахта, туйҙа бирелгән затлы әйберҙәр, теләнгән теләктәр тураһында тәфсирләп, теҙеп һөйләй генә башлағайны, уның хәбәрен бүлеп, олорағы: - Бөгөн кешене бай туй менән аптыратып буламы ни? Минеңсә, хәҙер туйҙың бөтәһе лә ҙур тамаша һымаҡ үтә... - тине.

Бәхетлеләр күберәк булһынБәхетлеләр күберәк булһын
Бәхетлеләр күберәк булһын

 

- Эйе шул. Хәҙер кеше бер-береһенән уҙҙырырға, ярышырға тырышып, балаларына туй үткәрә, - тәьҫораттары менән ихлас бүлешергә йыйынған ҡатын тиҙ генә әңгәмәсеһенең фекерен йөпләне. - Кешене, ысынлап та, әлеге ваҡытта бер нәмә менән дә ғәжәпләндереп булмай. Бына ошо туҡталышта береһе йығылып ятһа, бер кем ярҙам ҡулы һуҙырға, хәлен белешергә ашыҡмаясаҡ. Ошонда ике автомобиль бәрелешһә, ярҙам итеү түгел, шаһитлыҡ ҡылмау өсөн кеше, киреһенсә, ҡасасаҡ ҡына. Иманым камил, һин дә тайыр инең, мин дә күрмәмеш-белмәмеш булыр инем. Хәҙер бөтә кеше вайымһыҙ, айырыуса, йәштәр ғәмһеҙ...

Һәр кемдең үҙ бизмәне тигәндәй, был ханым да бөтә нәмәне үҙ үлсәменә, тәрбиәһенә ҡарап үлсәгәне тойола.

Бөгөн кеше сит кешенең бәләһенә күҙ йомоп ҡарай тигәне менән бер ҙә килешкем килмәй. Ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләр бик күп арабыҙҙа.  Яңыраҡ ял көнөндә саф һауала йөрөргә сыҡҡан инек. Тротуарға яҡын ғына ағасҡа һөйәлеп оло йәштәге инәй, уның янында коляска менән йәш әсәй тора. Барып хәлен һорашҡас, шул асыҡланды: хәле бөтөп йығылып барған инәйҙе күреп, йәш ҡатын “ашығыс ярҙам” саҡырған да, медицина ярҙамы килгәнен көтөп тора икән. Уның янында торғанда, эргәһендә кеше булыуын күрһәләр ҙә, олоһо ла, кесеһе лә туҡтап, эштең ниҙә икәнлеген һорашты. Ун бишләгән үтеп барыусының бер-икеһе генә өндәшмәй үтеп китһә киткәндер, әммә күпселеге үҙ ярҙамын тәҡдим итте.

Үрҙәге ҡатындарҙың өлкәнерәк йәштәгеһе әйтмешләй, бөгөн кешене, ысынлап та, бай туй менән аптыратып булмай, әммә изге эштәр, матур ҡылыҡтар менән ғәжәпләндерергә, таң ҡалдырырға мөмкин. Автобуста урын биреү миҫалын ғына алайыҡ. Ҡайһы берҙә береһе тороп, үҙенең урынын тәҡдим итһә, аптыраған кешеләр осрай, буш урынға ултырырға ҡыймай торалар хатта. Урын биреүсегә үҙен нисектер бурыслы итеп тойоп, уның ҡулындағы сумкаһын, төйөнсөгөн алырға, ултырғыстың ситенә генә ултырып, ингән кешегә эргәһенән урын бирергә тырышалар.

Яңыраҡ тротуар аша сыҡҡанда ҡар һалып бейегәйгән, өҫтәүенә кеше күп йөрөгәнлектән боҙға әйләнгән урындан сыҡҡанда алда барған үҫмер егет үҙе һикереп кенә сыҡты ла миңә ҡулын бирҙе. Уның ярҙамы менән был ҡаршылыҡты еңел генә үткәс, артымдан килгән өлкән йәштәге ҡатынға: “Бирегеҙ ҡулығыҙҙы, ярҙам итәм”, - тигәйнем, шул тиклем аптырап ҡараны, шулай ҙа ҡулын һуҙҙы. Артабан юлды бергә дауам иттек.

- Таныш булмаған кешенең ярҙам тәҡдим итеүенә өйрәнеп булмай әле, - тине ул көлөмһөрәп. - Хаҡлы ялға сыҡҡансы, ҙур ҡалала йәшәнек. Унда һәр кем үҙе өсөн генә йәшәй, шуға өйрәнелгән. Бында ҡайтҡас, йәшерәктәрҙең йәмәғәт транспортында урын биреүенә аптырай инем. Бөгөн йәш егеттең - һеҙгә, һеҙҙең миңә ҡул биреүегеҙ, ысын мәғәнәһендә, ғәжәпләндерҙе. Шундай заманда йәшәйбеҙ: таныш түгел кеше ярҙам тәҡдим итһә, нормаль күренеш түгел һымаҡ ҡабул итәбеҙ.

Минеңсә, игелек ҡылыу ҙур ҡалаға, бәләкәйенә ҡарамай. Кешенең тәрбиәлелеге, әҙәплелеге генә түгел, уның күңел торошо ла ҙур роль уйнай бында. Психологтар ҙа шуны билдәләй: үҙен бәхетле тойғандар, бәхетһеҙҙәргә ҡарағанда һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, үҙен бәхетһеҙ тойған, күңел төшөнкөлөгө кисергән йәки асыулы, көнсөл кеше үҙенән башҡаны күрмәй.

Ярҙам итергә теләү - ул күңел талабы. Йыш ҡына киң мәғлүмәт сараларынан ауыр сиргә тарыған балаға йәки янғында зыян күргән ғаиләгә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткәндәр тураһында  ишетергә, күрергә тура килә. Бер ниндәй бүләк, аҡса өмөт итмәй, ярҙам иткәндәр йыш ҡына осрай бит. Кеше ҡайғыһына битараф булмағандар бар. Тимәк, бәхетлеләр байтаҡ арабыҙҙа һәм улар тағы ла күберәк булһын!

Лена Абдрахманова.   

 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас