Көнгәк
+22 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Боҙом эшләнгән беләҙек

Шулай ҙа була...

Апайым туйына аҡса туплайым тип, Татарстанға юлланды. Бер аҙҙан  буласаҡ еҙнә лә уның артынан китте.  Беҙ уларҙың  бергә ҡайтыуын көттөк. Тик   автобустан бер үҙе төшөүе, ҡаршылаусыларға иғтибар ҙа итмәүе борсоуға һалды. Кискеһен аяғында саҡ баҫып торған егет атайҙы урамға саҡырҙы.

 Ҡыҫҡаһы, бүлмәләш ҡыҙының  40 йәшлек ағаһы апайыма ғашиҡ булған. “Бер килгәнендә әсәйемдең ҡомартҡыһы тип, иҫке беләҙек кейҙерҙе. Ошонан һуң  иғтибар ҙә итмәгән иргә башкөллө ғашиҡ булдым. Күҙ алдымда, уйымда тик ул. Туй, атай-әсәйем, һинең турала  уйларға ла теләмәнем, аңым буталды”,м- тип, туй булмаясағы тураһында белдергән апайым.

... Әсәйемдәр тиҙҙән апайымды алып ҡайтты. Тик ул бөтөнләй икенсе кешегә әүерелгәйне. Ашаманы, һөйләшмәне, йоҡо бүлмәһенән сыҡманы, көндәр буйы түшәмгә төбәлеп ятты.

Атайым көсләп мәсеткә йөрөтә башланы, тик апай тупһанан үтмәй, тартҡылашыуын дауам итте. Өшкөрһәләр ҙә хәле үҙгәрмәне. Мунсала әсәй  кейеме араһынан теге  беләҙекте табып, утҡа ташлағас ҡына, хәле бер аҙ үҙгәрҙе.  Боҙом бик яйлап сыҡты. Сәскәләй апайыбыҙ ябыҡты, матурлығы ҡалманы.

Яҙмыштың әсе шаярыуы булдымы – беренсе мөхәббәте менән ғаилә ҡора алманылар. Хәҙер ул Себер тарафында эшләй, өйләнгән тип ишеттек.

Һеҙ ҙә таныш булмағандарҙан иҫке, тотонолған әйбер, алырға тырышмағыҙ.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА

Боҙом эшләнгән беләҙек
Боҙом эшләнгән беләҙек
Автор:
Читайте нас