Көнгәк
+22 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Ҡартайғанда тыртайған ошо микән...

Бынау йәшкә еткәс ғашиҡ булсы...

Яҙғы ҡояштың һаран ғына йылыһы уның тамырҙары бүрткән ҡулындағы һыулы биҙрәлә сағылды ла, меңәрләгән тамсыларға әүерелеп ҡаршымда торған апайҙың моңһоу йөҙөн иркәләне. Әңгәмәне өҙөп, кеҫәһендәге телефон шылтыраны. Һыу тулы биҙрәне тиҙерәк ергә ҡуйып, экранда кем шылтыратҡанын күргәс, уның йыйырсыҡтар тәрәнәйә башлаған бите ҡапыл йәштәрсә матурлыҡ менән балҡыны. Ҡуйы керпекле күҙҙәрендә шатлыҡ осҡондары уйнаны, яулыҡ аҫтынан бөҙрәләнеп сыҡҡан тыңлауһыҙ сәс бөҙрәләрен ҡолаҡ артына тыңҡысланы. Минән байтаҡ ситкә китеп, оҙаҡ ҡына һөйләште.

55 йәшен уҙған йыл билдәләне. Мин Мират ағайымдың алһыу яулыҡ ябынған еңгәмде ауылға алып ҡайтҡанын яҡшы хәтерләйем. Сибек кенә кәүҙәле муйыл ҡара күҙле кәләштең ваҡ ҡына бөҙрә сәсе хайран иткәйне шул ваҡытта.  Мин генә түгел, урамыбыҙҙағы һәр кем ысын күңелдән ғашиҡ булды ла ҡуйҙы йыраҡтан төшкән еңгәгә. Һөйләше лә беҙҙеке һымаҡ түгел, бигерәк йомшаҡ.  Йәштән кем менән дә булһа һуғышырға, көрмәкләшергә яратҡан әсе телле, текә холоҡло матрос ағайым ғына яратманы ахырыһы уны. Туйҙан һуң оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, ауыл клубы соланында ағайым ни сәбәптәндер еңгәмдең битенә һуҡты. Беҙ аһ иттек, хәлебеҙҙән килһә ике метрҙай ағайҙы өҙгөләп ташлар инек, әммә бәләкәй инек шул,  ҡурҡыуыбыҙ ҙа көслө ине. Илап йортона йүгергән еңгәне ҡыуып етә алманыҡ.

Ауылда водитель булып эшләгән ағай балалары тыуғас та, был холҡон ташламаны, ауыл магазинында эшләгән ҡатыны йыш ҡына күҙендәге күкте күрһәтмәҫ өсөн, ҡара күҙлектә йөрөнө. Йылдың ниндәй миҙгеле булмаһын, хәҙер еңгә генә түгел, уға эйәреп өс балаһы ла йортона инмәй, ҡайҙа тура килә,  шунда ҡунды. Ваҡыт үтте, беҙ ҙә үҫеп, төрлө яҡҡа таралыштыҡ. Мират ағай эскән килеш руль артына ултырып, бер нисә тапҡыр аварияға эләкте. Һуңғыһында оҙаҡ ҡына дауаханала ятты, артабан дауаланһын өсөн еңгә  һуңғы малына тиклем һатты.  “Тиҙ ярҙам“ машинаһы йорт алдына коляскала төшөрөп ҡалдырҙы ғаиләһен дер һелкетеп тотҡан ирҙе.  Ошонан һуң һаулыҡҡа мантыманы ул, хәл белергә килгән  әшнәләренең туҡтауһыҙ көмөшкә ташыуы ла эҙемтәһеҙ үтмәне, биш йыл элек көҙгөһөн ауыл янындағы йылға янына йыйылышып эскәндән һуң коляскалы килеш һыуға батып вафат булды.

Гел туҡмалып, рәнйетелеп йәшәгән Мәүлиҙә еңгәм ағайҙан ҡалғас, юғалып ҡалды. Бер нисә аҙна йортонан сыҡманы хатта. Күрше-тирә ярҙамы менән саҡ күңел төшөнкөлөгөнә китеүҙән һаҡлап ҡалдыҡ.

... Бөгөн еңгәмдең  яңынан ғашиҡ булыуы тураһында ишетеп хайран ҡалдым. Үҙҙәре районында йәшәгән элекке класташы икән ул. Уның да ғаилә тормошо килеп сыҡмаған, тол ҡалған. Телефон аша номерын табып, барыбер ҙә беренсе мөхәббәтен эҙләп тапҡан. “Бынау йәшкә еткәс ғашиҡ бул инде”, эстән генә әйтергә теләһәлә, уйы тауышлы килеп сыҡты. Йәшләй генә таныш түгел районға килен булып төшөп төпләнгән яҡын кешебеҙҙе бер нисә йылдан тыуған яғына оҙаттыҡ. Был тарих ғашиҡ булыу өсөн йәш кәртә түгеллеген  тағы бер тапҡыр иҫбатланы.

Йәтимһерәп ҡалған йорт урынына Мират ағайҙың оло улы бер нисә йылдан нигеҙ күтәрҙе. Фанилыҡта кешегә генә түгел, ҡаралтыға ла  хәстәр кәрәк шул, шуны онотмаһаҡ ине... 

Рәфилә БИКЙӘНОВА.

Ҡартайғанда тыртайған ошо микән...
Ҡартайғанда тыртайған ошо микән...
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас