Көнгәк
+22 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 август)

    

Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 август)Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 август)
Аҙналыҡ йондоҙнамә (10 - 16 август)

Ҡуҙы
Мөнәсәбәттәге үҙ-ара ышаныс һеҙ­ҙең күңел тыныслығығыҙ нигеҙе буласаҡ. Ихлас һәм иптәшегеҙгә терәк булырға тырышығыҙ.

Буға
Ҡыҫҡа сәйәхәт, йәйәү йөрөү файҙа­лы булыр. Эш, ғаилә мәсьәләһенә сумырға тура килер. Әгәр ҙә эшегеҙ бик күп булһа, баш­ҡаларҙан ярҙам һорағыҙ.

Игеҙәктәр
Бушыраҡ ваҡытығыҙ булһа үҙ аллы белем алыу­ға сарыф итегеҙ. Аналитик оҫталығығыҙ иң юғары нөктәһендә, был һеҙгә ҡатмарлы хәл­де тиҙ арала асыҡларға мөмкинлек би­рә­сәк.

Ҡыҫала
Тормошҡа ҡарашты үҙгәртерлек осрашыу булыуы мөмкин. Яҙмыш яңы хистәр һәм ихлас яҡынлыҡ өсөн асыҡ булғандарға мәрхәмәтле.

Арыҫлан
Донъя менән берҙәмлек тойғоһо ки­серерһегеҙ. Был финанс именлегенә өлгәшеү һәм планды тормошҡа ашырыу өсөн ниндәй йүнәлештә хәрәкәт итеү кәрәклеген аңларға ярҙам итер.

Ҡыҙ
Яңы проектҡа тотонорға һәм арала­шыу даирәһен киңәйтергә мөмкин. Дуҫтар яҡ­шы яңылыҡ менән ҡыуандырыр, ә яҡын кешегеҙ иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыр. Аҙ­на йылы һәм татыу мөхиттә үтер.

Үлсәү
Ғаилә менән ваҡыт уҙғарыу ыңғай хис­тәр бүләк итер. Эштәге башланғыс уңышлы булыр һәм көтөлгән килем килтерер. Финанс үҫешенең нигеҙе булып торасаҡ идея барлыҡ­ҡа килеүе ихтимал.

Саян
Спорт өсөн уңайлы ваҡыт, был тәнгә лә файҙалы булыр, яҡшы кәйеф тә килте­рер. Шулай уҡ тәүге планға ижад итеү теләге сығыр. Һәләтегеҙҙе ғәҙәти булмаған эштә күр­һәтергә тырышығыҙ.

Уҡсы
Һөнәри уңышҡа ынтылыу һеҙҙе әүҙем уҡыр­ға, бәйләнеш селтәрен киңәйтергә, төрлө сарала ҡатнашырға этәрәсәк. Дөрөҫ мөхит һеҙҙең финанс тотороҡлоғоноң нигеҙе буласаҡ.

Ылаҡ
Элекке дуҫ менән осрашыу йылы хис-­тойғо бүләк итәсәк. Үҙегеҙгә ял итергә һәм эште оноторға рөхсәт итегеҙ. Һиҙемләүегеҙҙе тыңлағыҙ, ул һеҙгә ниндәй ял кәрәклеген әйтәсәк.

Һыуғояр
Зирәклек, игелек һәм сабырлыҡ күрһәтегеҙ. Осор аҡса менән бәйле төрлө мәсьәләне көйләү өсөн бик уңышлы.

Балыҡ
Аҙна ижади көс ташҡыны килтерәсәк. Был мәлде файҙаланып, күптән өҫтөнлөклө булып күренгән эште башҡарығыҙ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас