

“Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тиҙәр бит. Сит ил аш-һыуын отпускыға барғанда ғына ейәбеҙ, шул арала ла үҙебеҙҙең аш-һыуҙы һағынып ҡайтабыҙ. Египетҡа ял итергә барғанда, рәхәтләнем манго ашауымды ҡарап торған бер төрөк ире миңә ғашиҡ булды. Бер нисә йыл дауамында күп тапҡыр осраштыҡ, хәҙер ул өйләнешергә тәҡдим яһай. Хәҙер үҙе Башҡортостанға киләм, тип яҙа. Ә ул миңә кәрәкмәй! Алтынсы тиҫтәне ҡыуғанда, мин шуны аңланым: сит ил кешеләренең менталитеты ла икенсе. Үҙебеҙ генә белгән йырҙарҙы көйләп, концерт-театрға йөрөп, үҙебеҙҙең милләткә хас йолаларҙы тотоп, үҙ телемдә һөйләшкем, самауыр янында бәлеш-ҡоймаҡлап, баллап тәмләп сәй эскем килә”, - тип шылтыратты яңыраҡ бер танышым. Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тип бушҡа әйтмәйҙәр шул. Дуҫтар, һеҙ ҙә шулай уйлайһығыҙмы?