

Аҙаҡтан саҡырһалар ҙа барманыҡ, уларҙың өйөн урап үтә башланыҡ. Биш йылдан бабай вафат булды. Миңә 15 йәш тирәһе булғандыр, инәй тәҙрә туҡылдатып саҡырып индерҙе. Ҡурҡһам да индем, Ғәлимә әбей карауатта ята ине. “Ҡыҙым, сәй генә яһап бир әле” - ти. Сәй ҡуйып, тәмле итеп сәй яһап эсерҙем. Шунан һуң инәй ошо ваҡиғаны һөйләне.
“Бабайымдың ғүмере бик ауырға тура килде. Йәш ваҡытында ҡуна ятып бесән эшләнек. Шунда төн уртаһында Барый бала илағанын ишеткән һәм шул тауыш артынан киткән. Барһа, ысынлап та, дөм ҡараңғы урман эсендә бала илап ултыра ти. Бабай ҡото осоп күтәреп алам тиһә, ул ҡош булып осоп киткән. Кире әйләнеп ҡайтайым тиһә - аҙашҡан. Шул саҡ уны бәләкәй генә кешеләр уратып алған да, көлөшөп йүгерешә башлаған. Бабай иҫһеҙ йығылған. Иртәнсәк уянып китһә - ҡыуышында ята ти. Шул көндө үк ҡайтып килде һәм түкмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе.
Шул көндән үҙгәрҙе Барый бабайың, - тине Ғәлимә инәй. -Тышта эт бушҡа өрөп торһа, бер генә ҡулы менән һығып үлтерә торғайны. Балабыҙ ҙа булманы, төшөп тик торҙо. Ҡартайғас, төндәрен әсе итеп ҡысҡыра башланы. Бер ниндәй өшкөрөүсе лә ярҙам итмәне. Ен һуҡҡан тинеләр. Икенселәре эсенә шайтан ингән, тине. Асыҡтан-асыҡ ярҙам итә алмайбыҙ тип ҡайтарҙылар. Үлгәндә лә күҙе ҡыҙыл ине. Бер һүҙ өндәшмәй был донъянан китте. Ҡыҙым, оят булһа ла әйтәйем инде, рәхәтләнеп йәшәп ҡалдым. Мине лә ыҙалатты бит ул...”
Аҙаҡ Ғәлимә инәйгә көн һайын инеп йөрөнөм. Хәҙер уның да был донъянан китеүенә байтаҡ ваҡыт үтте инде.
Аноним.
“Сәйер донъя” төркөмөнән.