

Ҡышын киҙеү таралған ваҡытта төнәтеп эсә. Беҙҙе лә көсләп эсерә. Ысынлап та, файҙаһын күрәм. Быға тиклем улым ҡышын йыш ҡына һыуыҡ тейеп ауырый торғайны. Бына ике йыл инде сир-сырхауҙан ҡотолдо. Стоматит та хәҙер яфаламай.
Әрем - көслө үлән. Бөтә ауырыуҙан ҡотолам тип, ҡуйы итеп эсеп ҡуймағыҙ. Мин үҙем ҡоролай бөртөкләп кенә ашайым. Дөрөҫөрәге, йотам да йылы һыу эсеп ебәрәм. Әрем эсәкте лә таҙарта, паразиттар булһа, уларҙы ла бөтөрә.
Тик ҡулланыр алдынан врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.
Ильвира ӘЛИБАЕВА.