Көнгәк
+25 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Бер мөхәббәт тарихы

Саҡ-саҡ бәхетһеҙ аҙым яһауҙан тыйылып ҡалдым. Дөрөҫөрәге, туҡтатып ҡалдылар.  Оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгән егетем тураһында әхирәтемдән ишеткән бер кәлимә яҙмышымды пыран-заран килтерә яҙҙы.  

Радик  менән туйға әҙерләнеп йөрөгән мәл. Күлдәк, балдаҡтар алынған, туғандар саҡырылған, ике яҡта ла күңелле мәшәҡәттәр.

Әхирәтем Гөлбәҙәрҙән бер серем дә юҡ, көндөҙ телефондан, кис йорт алдында һөйләшеп һүҙ етмәй. Әллә ҡайҙан яңылыҡ ишеткән, шуларҙы үҙе күргәндәй тәмле итеп һөйләгән  кешеләр була, әхирәтем шундайҙарҙан. Осрашһаң, әллә кемдәрҙе һөйләп хәлде бөтөрә.

Телефонға төштән һуң Гөлбәҙәрҙән: “Беләһеңме, армияға тиклем Радик ауылдарындағы бер ҡыҙҙы яратҡан, әле лә осрашырға мөмкинлек ҡарап ҡына йөрөй икән. Өйләнһә, хыянат итер тип ҡурҡмайһыңмы?” тигән смс- хәбәре килеп төштө. Минең өсөн был мәл донъяның аҫты өҫкә килде. Егетемде хыянатта тотҡандай, йөрәгем үрәпсеп, телефонға үрелдем. Радикка  бер генә һүҙ ебәрҙем ”Алдаҡсы!”

Ҡайҙа ул айыҡ баш менән уйлау, атай-әсәй менән кәңәшләшеү?! Дыуамаллығыма сәсәп, документтарымды йыйҙым да, бер кемгә өндәшмәй, телефонымды һүндереп баш һуҡҡан тарафҡа сығып киттем.

Рәнйетелгән, алданған һымаҡ хис иттем үҙемде. Өфө вокзалында ултырғанда ла башыма айыҡ уй килмәне. Бөтә донъяға асыулы инем мин. 10 минуттан ҡуҙғаласаҡ поезға билет алып, Нижневартовск ҡалаһына юлландым. Унда яңы тормош башлармын тигән уй бәхетһеҙлектән ҡотолоу ысулы булып күңелде йылытты.

 “Йәшәһен яратҡан ҡыҙы менән. Араларына төшөп, ике кешене бәхетһеҙ итәһем юҡ. Тимәк, мин артыҡ” тигән уй йөрәгемде ярһыта. “Әхирәтеңдең хәбәрҙе арттырып, уйлап һөйләргә яратҡанын беләһең бит, тикшермәй нимә тип ҡасып бараһың” ти аҡылым. Әммә асыу аҡылымды өҫтөнөрәк ине.

Ниндәйҙер вокзалда яныма оло ғына йәштәге инәй ултырҙы. Миңә һирпелеп ҡараны ла, бер ни өндәшмәй ҙур ғына сумкаһынан сит яҡтары ашалып, йыртылып бөткән кәрт  сығарҙы. “Йөрәгең дәлилләнмәгән асыу, үпкә менән тулған. Ныҡ ярһыуһың. Алдағандар, дөрөҫ хәбәр еткермәгәндәр. Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ” Тыныслан”, - тине. Илап ебәреүҙән тыйылып, төкөрөгөмдө йоттом. “Әхирәтең алдаған. Бөтә сереңде уға һөйләмәҫкә булған, иҫ китмәле көнләшә үҙеңдән. Егетең тегендә һине эҙләй. Атай-әсәйеңде ҡайғыртып, балаларса ҡыланма! Төшөп ҡал да, ҡайт! Һине аңлаясаҡтар. Ошо егетең менән бәхетле йәшәйәсәкһең!” - тине.  Балаларса бер ҡатлылыҡ менән бешкән икмәк, тоҙло бәшмәк еҫе аңҡыған инәйҙе ҡосҡлап үптем дә, киләһе станцияла төшөп ҡалдым.   ... Ауылға ҡайтҡас, яҡындарым алдында аҡланыу һүҙе табырмын. Радик алдында аҡылһыҙлығым өсөн ғәфү үтенермен. Был миңә ғүмерлек һабаҡ булды. Тикшерелмәгән хәбәргә бер ҡасан да ышанырға ярамай.Бына хәҙер туғыҙ йылға яҡын матур йәшәйбеҙ. Ике ҡыҙыбыҙ үҫә.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Бер мөхәббәт тарихы
Бер мөхәббәт тарихы
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас