Ҡатындарға ниндәй ир кәрәк?

Йәш барған һайын тормошҡа һәм кешеләргә ҡарата ҡараш та үҙгәрә.

Ҡатындарға ниндәй ир кәрәк?Ҡатындарға ниндәй ир кәрәк?
Ҡатындарға ниндәй ир кәрәк?

Йәш барған һайын тормошҡа һәм кешеләргә ҡарата ҡараш та үҙгәрә. Психологтар гүзәл заттың төрлө осорҙа көслө затҡа булған мөнәсәбәтен һәм талабын тикшереп, ҡыҙыҡлы һығымта яһаған.

16 йәштә

Үҙе төҫкә матур, машиналы булһын. Мине генә яратһын.

 

21 йәштә

Һәйбәт, аңлаусан, һөйкөмлө һәм тәрбиәле, аҡса йәһәтенән уңышлы, аҡыллы, яҡшы физик формала булһын. Шулай уҡ матур кейенһен, мине ҡәҙерләһен. Сюрприз яһарға яратһын. Бай фантазиялы һәм романтик кеше булһын.

 

32 йәштә

Иң мөһиме - пеләш булмаһын. Мине машина ишеген асып ултыртһын. Аҡсаһы берәй ресторанға киске ашҡа барырға етһен. Мин һөйләгән көләмәстәрҙән көлһөн. Аҙыҡ-түлек һалынған сумкаларымды күтәрешһен. Кеше араһына сығырлыҡ бер булһа ла костюмы булһын. Уға өйҙә әҙерләнгән аш-һыу оҡшаһын. Тыуған көн һәм юбилейҙарҙы иҫтә тотһон. Йыуынып йөрөһөн.

 

40 йәштә

Төҫ-башҡа уртаса, пеләш булһа ла ярай. Бары тик даими эше булһын. Ҡайһы берҙә ҡайҙалыр киске ашҡа саҡырһын. Мин һөйләгәнде хуплап, йышыраҡ баш сайҡаһын. Йорт-йыһазды ташырлыҡ, күсерерлек һаулығы булһын. Кейгән кейеме ҡорһағын ҡаплап торһон. Унитаз ҡапҡасын ябырға онотмаһын. Аҙнаһына бер булһа ла ҡырынһын.

 

55 йәштә

Ҡолаҡ һәм танау эсендәге йөндәрен ҡырҡып торһон. Һаҡлыҡ кенәгәһендә бер ни тиклем аҡсаһы булһын. Бер үк көләмәсте, хәл-ваҡиғаны йөҙ тапҡыр һөйләмәһен. Ял көндәрендә булһа ла түшәктә аунамаһын. Ике аяғына ла бер төрлө нәски һәм таҙа эске кейем кейһен. Уның өсөн тип һатып алынған аҙыҡ-түлекте оҡшатһын. Кешеләрҙең исемдәрен иҫендә тотһон. Онотҡанда бер булһа ла сәсен киҫтерһен.

 

65 йәштә

Балалар, ейәндәрҙе ҡурҡытмаһын. Уны тәрбиәләү өсөн бик күп аҡса китмәһен. Йоҡлағанда артыҡ ныҡ хырылдамаһын. Нимәнән көлгәнен иҫендә тотһон. Үҙен хеҙмәтләндереү өсөн һаулығы етһен. Өҫтөндә ниндәй ҙә булһа кейеме булһын. Яһалма тешен ҡайҙа ҡуйғанын иҫендә тотһон. Мине таныһын.

 

75 йәштә

Иң мөһиме - иҫән булһын һәм бәҙрәфкә үҙе йөрөй алһын.

Автор:
Читайте нас