Көнгәк
+16 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Балаһын сусҡанан ашатҡан. Хәшәрәт!

Был хәл тураһында күптән ишеткәйнем.

Уны ҡала ятаҡханаларының береһендә эшләгән вахтер һөйләгәйне:  “ Күршебеҙҙә бер милләт йәшәне. Йәшермәйем, таҙалыҡ тигән нәмәне белмәнеләр. Мунсалары ла булманы, ашаған һауыт-һабаһын, ятҡан түшәген дә йыуманылар. Бәләкәй генә йорттарына баш тығырлыҡ түгел бысраҡлыҡтан тыш, уҡшытҡыс һаҫыҡ еҫ килә. Сусҡа аҫырайҙар, улары мырҡылдашып, урам буйлап кеше ихатаһына уҡ килеп инә.

Аня минең тиҫтерем, мәктәпкә бергә уҡыныҡ. Кластағы балалар бысраҡ кейемле, бит-ҡулы йыуылмаған, сәсе таралмаған ҡыҙҙы баштан уҡ ситләтте. Үҫә килә  зәңгәр күҙле, һылыу ҡыҙға әүерелде. 8-се класты тамамлағас, һуңғы ҡыңғырау көндө  күлдәк кейеп, бешкән арыш төҫөндәге сәсенә прическа эшләгәс, беҙ түгел, уҡытыусылар ҙа танымай торҙо. Ҡурсаҡ һымаҡ матур ҡыҙға әүерелгәйне ул.

Мәктәптән һуң ҡалала тегенсе һөнәренә уҡыны. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң насар компанияға юлығыуы тураһында хәбәр ишеттек. Бер нисә тапҡыр ауылға  егеттәр менән ҡайтып киткәне, Ағиҙел буйында компания менән палатка ҡороп ятыуҙары тураһында хәбәр ишетелеп торҙо. Йәйгеһен ҡала урамында осраттым мин уны. Сәсе-башы туҙған, тәнендә әллә ниндәй татуировка төшөрөлөгән класташымды таныуы ҡыйын ине. Ябыҡҡан, алғы тештәре һынған Аня йөклө ине.

Училищенан ҡыуылыуы, йәшәргә урыны булмауы, әсәһенең йортҡа индермәүе тураһында һөйләгәнен ишетеп, күҙемә йәш тулды. Сентябрҙә дәрестән ҡайтышлай уны ауыл осондағы ҡарт тирәк янында осраттыҡ. Йәлләһәк тә, тиҙерәк янынан үтеп китергә тырыштыҡ. Һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан Аняның шул тирәк янында күҙенә йәш төйөлгән ҡарашы менән беҙҙе оҙатып ҡалыуы әле лә күҙ алдымда.

Кискә табан класташым тураһында әсәйемә һөйләнем. Ул хәлдең нимәлә икәнлеген аңлап, тиҙ генә таҙа сепрәк әҙерләне лә, Аняларға йүгерҙек. Беҙ барғанда мунса артындағы серек бүрәнә янында ята ине ул. Янындағы ас сусҡалар әле генә тыуған сабыйҙың кәүҙәһен бысраҡҡа аунатып, талаша-талаша бүлгеләүен күреп, әсәй менән илап ебәрҙек. Илай-илай был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәүеҙҙе үтенде Аня. Уны алып ҡайтып йыуындырып, ашаттыҡ. Ошонан һуң  оҙаҡ ҡына күренмәне. 25 йылдан һуң осрашыуға килде ул.  Ошо хәлдән һуң үлем алдында ҡалған ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы тәрбиәләй торған пансионатҡа урынлашып, бөгөн дә шунда эшләүе тураһында, кейәүгә сыҡһа ла, балаһы булмауы тураһында һөйләне. “Теге ваҡытта тере килеш сусҡаларға ташлаған сабыйымдың рәнйеше төшкәндер”- тине ул, күҙ йәштәренә төйөлөп”.

Бына шулай, хаталаныуҙан һаҡлаһын Хоҙай.

Фирҙәүсә ҠАДИРОВА.

 

 

Балаһын сусҡанан ашатҡан. Хәшәрәт!
Балаһын сусҡанан ашатҡан. Хәшәрәт!
Балаһын сусҡанан ашатҡан. Хәшәрәт!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас