

Мәктәп йылдарында бигерәк үткер булдым, шуғамы ҡыҙҙар ғашик булды. Быны белеп, аңлап йөнөм, һайланған ваҡыт та булды. Үҙ файҙамды эҙләнем.
Фәриҙә менән бер класта уҡыныҡ. Ябай ғына ҡыҙ, яҡшы уҡый. Минең ҡылыҡтарымды белеп һәр ваҡыт миңә ҡарата изгелекле булды. Дуҫтарымдың береһе, мыҫҡыллап: “Анау дүрт күҙлене ҡара әле, һиңә текләп тик ултыра, әллә ғашиҡ булған инде”, - тип көлә. Үҙем дә ҡушылып шаярып, уны һанға ла һуҡманым. Йылдар үтте, мәктәпте тамамланыҡ. Барыһы ла төрлө яҡҡа таралды.
Училищела уҡыған саҡта өйләндем. Сибәркәй кәләшемә кемдең генә күҙе ҡыҙмағандыр! Оҙон сәсле, зәңгәр күҙле ҡатыным миңә ике ул һәм бер ҡыҙ тапты. Үҙем барыһы ла булһын тип, себер яҡтарын тапаным.
Бер ваҡыт Зәлиәм шылтырата: “Тиҙерәк ҡайт! Беҙҙә ҙур проблема!”. Оло улым насар компанияға эләккән, еңел аҡса эшләргә булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре улымды ҡулға алған, ул ил сиктәрен үтеп, наркотик матдә ташыған. Колониянан бөтөнләй сыға алмаясаҡ, тинеләр.
Улым өсөн ҡайғырып, нимә эшләргә белмәй, прокурор менән һөйләшергә булдым. Бәлки, хәлгә инер.
Ҡабул итеүгә яҙылып, көтөп ултырҙым. Коридор буйлап костюм кейгән кешеләр, етди баҫып кабинеттан кабинетҡа күсәләр. Күпме ваҡыт үткәндер, уйыма батып ултырған саҡта: “Сәғит...һинме ул?” - тип нәҙек кенә тауышлы ҡатын эргәмә килеп баҫты.
“Эйе, мин. Һине танымайым,” - тинем ултырған урындан күтәрелеп. “Был бит мин - Фәриҙә”, - тигәс кенә класташ ҡыҙҙы таныным. Ни сәбәп менән бында килгәнемде, нимә борсоғанын кабинетында һөйләп бирҙем. Бер аҙ тыңлап торғас: “Ә мин бит оҙаҡ йылдар һиңә ғашиҡ булып йөрөнөм”, - тине ул.
Баҡтиһәң, мин төбп килгән прокурор Фәриҙә булып сыҡты. Хәлемде аңлап, ярҙам итергә һүҙ бирҙе. Улымды сығарҙылар.
Мәңге рәхмәтлемен уға. Ул бөгөн дә тормошҡа сыҡмай, яңғыҙы йәшәй, балалары ла юҡ. Мәктәп йылдарында уға иғтибар итһәм, бәлки, тормошобоҙ икенсерәк, ул бәхетлерәк булыр ине, тигән уй башымдан сыҡмай...
Әсхәт Ш., Нижневартовск ҡалаһы.