Көнгәк
+20 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX

Ел йүгереп үтеп китһә

Ел йүгереп үтеп китһә,

Ел йүгереп үтеп китһәЕл йүгереп үтеп китһә
Ел йүгереп үтеп китһә

Зыңлап ҡала ҡыңғырауҙар.
Шул сыңға ла сорналмаған
Сал ҡылғандар – һаңғырауҙар.

Аҡ сәскәләр тажын ҡоя:
Яратамы – яратмаймы?
Гөжөлдәгән анау иңкеш
Ялан гөлөн арытмаймы?

Мәтрүшкәләр өйкөлөшөп
Йыйып алыр ҡулды көтә.
— Ашыҡһаңсы, - тиҙәр кеүек, —
Был илаһи мәлдәр үтә.

Бешкән үлән йығылырҙай
Эйелә-бөгөлә бәүелгәндә.
Буш ояһы ята ҡоштоң,
Осҡандарҙыр әүәлгөндә.

Сабындағы сыбарлыҡтан
Күҙ ҡамаша, күҙ ҡамаша!
Тыуған төйәгем туғайы –
Ожмахтарҙан бер тамаша.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Автор:
Читайте нас