Ҡар ирей башлау менән һарай алдындағы туң бесәнде таратып йөрөйөм. Шул саҡ бүрәнәләге ҡаҙаҡҡа эленгән төйөнсөк күҙемә салынды. Тартып алдым да, бер аҙ ҡапшап торғас, ебен тағата башланым. Ышанаһығыҙмы- юҡмы, ҡулъяулыҡ ҙурлыҡ туҡыманан сәс, тырнаҡ, мал теше, тутыҡҡан тимерсыбыҡ киҫәктәре ҡойолдо. Шунда уҡ ҡапыл арҡа үҙәгем өшөп, тәнем әллә ниндәй тимгел-тимгел тап менән ҡапланды. Нимә булғанын аңламай, һәнәгемде ташлап, өйгә табан атланым. Башымдың ҡыҫып ауыртыуына түҙә алмай, хәлемдең насарайыуын тойоп, йығылып китмәҫ өсөн, ҡар өйөмөнә сүгәләнем.
Күпме ултырғанымдыр, почтальон күреп, фельдшер саҡырған. Нишатыр еҫенә күҙемде асҡанда яныма байтаҡ кеше йыйылғайны.
Бер-ике сәғәттән температура күтәрелеп, түшәктән тора алмай инем. Укол, дарыу үләндәре лә ярҙам итмәне, тәнемдең һәр күҙәнәге үҙәккә үтерҙәй итеп энә менән сәнскәндәй һыҙлай. Кискә табан хәлем тағы ла насарланды, ысынбарлыҡ һаташыу менән буталды.
Таңды район үҙәгендәге дауаханала ҡаршыланым. Аҙнаға яҡын тәғәм ризыҡ ҡапманым. Оло йәштәге врач диагноз ҡуйырға белмәгәс, карауатым янына ултырып, ауырыу тарихы тураһында ҡыҙыҡһынды. Мин ҡара төйөнсөк табыуым, шуны асҡандан һуң был сәйер сир башланғанын һөйләгәс, ул өшкөрөлөргә барырға тәҡдим итте. Такси яллап киттем мәсеткә. Тупһа аша атлау менән күҙемдән йәш аға, быуындар һыҙлай башланы. Йығылыуҙан ҡурҡып, һаҡ ҡына ултырғысҡа сүкәйеп, хәлде аңлатып бирҙем. Оҙаҡ өшкөрҙөләр, боҙомдо кире ҡайтарасағы тураһында әйттеләр.
Теге ҡулъяулыҡтан ҡойолған әшәкелектең бөжәк формаһына инеп, ҡан тамырҙарым буйлап ағылғанын тойҙом. Бер нисә тапҡыр килдем мәсеткә, яйлап хәлем яҡшырҙы, ашай башланым. Тик төштәрем генә буталды: ваҡ ҡына бөжәктәр стена, иҙән йөйҙәренән сығып, миңә табан шыуышты. Кис һайын өшкөртөлгән тоҙ менән сайындым. Ике аҙнанан йүнәлеп ауылға ҡайтҡайным, килендәшемдең ҡапыл ғына гүр эйәһе булыуын әйттеләр.
Бына шулай, ҡайһы ваҡыт беҙ ышанырға теләмәгән хәлдәр ысын була. Сәйер донъя тимә инде шунан.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.